Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 10:00

Ифтарға йөрөнөк

Быйыл йәмле Рамаҙан айҙарында ирем менән бергә Ураҙа тоттоҡ. Үткән йыл һаулығым буйынса тота алмағайным.

Ифтарға йөрөнөкИфтарға йөрөнөк
Ифтарға йөрөнөк

Ураҙа көндәрендә Ишембай районы мөхтәсибәте “Рамаҙан тирмәһе”ндә ифтар мәжлестәре ойошторҙо. Беҙ ҙә йыш ҡына Яңы Георгиевка ауылынан Ишембайға ифтарға йөрөнөк. Сара райондың имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов, ҡала мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин ҡатнашлығында үтә.

Ифтар мәжлесенә көн һайын 150-гә яҡын кеше килә. Вәғәз тыңлап, намаҙ уҡып, тәмле-татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итәбеҙ. Ошо кафеның хужалары Хәфизә һәм Эркин Сайпировтар шундай ҙур, сауаплы эш башҡара. Уларҙың булдыҡлылығына һоҡланам. Сайпировтарға рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар, иҫәнлекһаулыҡ теләйем.

 

Автор:Нәзирә ХИСМӘТУЛЛИНА. Яңы Георгиевка ауылы.
Читайте нас