Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 09:00

Изгелек уның булмышы

Иман... Иманлы кеше булыу... Халҡыбыҙ аңына бик борондан һеңгән төшөнсәләр был. Иманлы булыу — ул динле булыу, дингә табынып йәшәү тигән һүҙ генә түгел, ул әхлаҡи ҡағиҙәләр буйынса тормош итеүҙе күҙ алдына килтерә. Эскерһеҙ, изге күңелле, хәстәрлекле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ябай, алсаҡ, ихлас кешеләр – тормош йәме. Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙы БАЙГИЛДИНА бына шундай оло йөрәкле, сабыр кешеләрҙең береһе.

Изгелек уның булмышыИзгелек уның булмышы
Изгелек уның булмышы

Асия апай дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдың 10 апрелендә Ҡарайған ауылында донъяға килә. Ул ваҡытта атаһы һуғыш яланында - ут эсендә була.

“Ҡыҙыма, оҡшатһағыҙ, Асия тип исем ҡушығыҙ!” - тигән хаты - ҡомартҡыһы әле лә һаҡлана. Белмәй ҡушмаған икән атаһы ҡыҙына исемде. Асия (ғәрәп теленән) - дауалаусы, тынысландырыусы, алға әйҙәүсе тигән мәғәнәгә эйә. Эйе, Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙының да тормош юлы ошо сифаттарға таянып уҙҙы.

Уға атаһының ҡурсалауында үҫергә насип булмай. Һуғыш осоро балалары яҙмышын Асия апайға ла кисерергә тура килә. Һуғыштан һуңғы аслыҡ һәм яланғаслыҡ йылдарына бирешмәй ул, аң-белемгә ынтыла. Башланғыс һәм урта кластарҙы Әхмәр мәктәбендә уҡығандан һуң, урта мәктәпте Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се Ленин мәктәбендә тамамлай.

1968 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология-химия факультетын тамамлаған йәш уҡытыусыны тормош иптәше Биктимер менән (Ленин мәктәбендә бергә уҡыған класташы, Ауыл хужалығы институтын тамамлаған агроном) Ишәй ауылына эшкә ебәрәләр. Йәш ғаилә ең һыҙғанып эшкә тотона. Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙы илһамланып балаларға белем бирә. Артабан, ғаилә шарттары арҡаһында, улар Мәләүез районына күсәләр. Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙы Арыҫлан урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Был мәктәптә лә уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында тик хөрмәткә лайыҡ була. Байгилдиндар ғаиләһе Этҡол ауылына 1975 йылда күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙы Этҡол урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙ эшен яратып, йөрәген биреп башҡара ул. Уҡыусыларына төплө белем бирергә тырыша. Бөгөнгө көндә Асия апайҙың элекке уҡыусылары илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәп һәм эшләп йөрөй. Улар араһында профессорҙар, фән кандидаттары, тиҫтәләгән табиптар һәм уҡытыусылар бар.
Әллә ҡасан уҡып сыҡҡан уҡыусылары онотмай, шылтыратып хәл-әхүәл белешә. Был да уҡытыусының күңеленә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәй, тимәк, хеҙмәте бушҡа китмәгән, уҡыусылары уны хөрмәт итә һәм онотмай. Әлеге көндә хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы үҙ аллы дин тәғлимәттәрен өйрәнә, дин әһелдәре менән аралаша, йома намаҙҙарын ҡалдырмай, дини кисәләрҙә ҡатнаша.

Милли матбуғатҡа һөйөүе ғүмер буйына дауам итә. Әлеге көндә лә гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе яратып уҡый, күңеленә хуш килгәндәренән
бик бай архив төҙөгән.

Һәм, әлбиттә, Асия апайҙың бөгөнгө көндә биш балаһы – биш терәге, биш йыуанысы. Улар юғары белем алып, матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп ғүмер итә. Һәр ял һайын әсәләренең хәлен белешеп, йорт-ҡура тирәһен тәртипкә килтереп, ял итеп ҡайтып китәләр. Әсә кешегә ошонан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме?!

Ҡарайған ауылы ҡыҙы Этҡол ауылында төпләнеп үҙ бәхетен ошо ерҙә тапты. Ул ауыл халҡына ярҙамсыл, изге күңелле, кешене ҙурлай һәм хөрмәт итә белгәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтле.

“Ғүмер - тупһанан түргә уҙған ара ғына ул, тиһәләр, аптырай торғайныҡ элек. Ысынлап та, шулай икән, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ятҡан саҡ кисә генә кеүек тойолһа ла, йәшлек кенә түгел, типһә тимер өҙөрлөк саҡтар ҙа “һә” тигәнсә үткән дә киткән. Хәҙер инде балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына һөйөнөп, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәргә ҡала”, - ти ауылдаштары, бик күп уҡыусылары, туғандарының хөрмәтендә йәшәүсе хеҙмәт ветераны Асия Дәүләтгәрәй ҡыҙы.

Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас