Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 06:00

Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо

Яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү күптән килгән күркәм йола икәнлеген ҡабатлап тороу кәрәкмәй – йәшәгән мөхиттең таҙа булыуы зарур. Был сарала Иҫәкәй ауыл халҡы ла йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙоИҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо

Шәмбе көндө, 23 апрель, беҙҙең ауылда өмә уҙғарылды. Ауылдаштар берҙәм ҡатнашты. Ауыл урамдары, Һыуыҡ шишмә, Аҡһирылған, Асйотҡан шишмә буйҙары таҙартылды, ауыл тирәһендәге яландарҙы таҙартып сыҡтылар.

Һыуыҡ шишмә тирә яғын кәртәләүгә бағаналар ултыртылды. Һәм тағы бер изге эш - ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән, тыл ветерандарына стела асыу өсөн фундамент һалынды. Алла бирһә, Еңеү көнөнә стела асыласаҡ.

Аллаға шөкөр, бергәләп ҙур һәм изге эш башҡарҙыҡ. Өмәлә 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Һауаплы эштән ситтә ҡалмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Иҫәкәйҙә өмәләр гөрләп торҙо
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас