

Тәү башлап һүҙҙе Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев алды. Ауыл Советы биләмәһенә Юғары Әрмет һәм Түбәнге Әрмет ауылдары инә. Биләмәнең дөйөм территорияһы - 6702 гектар, уның 3828 гектарын ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр тәшкил итә. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата, был ауылдарҙа 860 кеше йәшәй, 558 шәхси ярҙамсыл хужалыҡ иҫәпләнә. Ауыл Советында бәлиғ булмаған балалары менән 53 ғаилә теркәлгән.
Әнүр Шаһиев шулай уҡ былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ та яһаны.
- 2021 йылда граждандар менән алты йыйылыш уҙғарҙыҡ. Унда мал көтөүҙе ойоштороу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге, халыҡты һыу менән тәьмин итеү, ауыл биләмәһенең Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Былтыр Түбәнге Әрметтә модулле ФАП төҙөлдө, Үрге Әрметтә һыу баҫымы башняһы ҡуйылды, Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет ауылдарында зыярат ҡоймалары ремонтланды. Шулай уҡ, Үрге Әрмет ауылы зыяратына юл түшәлде. Бынан тыш, 48 мең һумға тимер контейнерҙар евроконтейнерҙарға алмаштырылды. Ике тәрән насос һатып алынды. Ике ауыл урамдарына ла 53 “Ишим” лампалары ҡуйылды, - тине Әнүр Әҙһәм улы.
Сходҡа килеүсе халыҡты ла күп һорауҙар борсой ине. Улар араһында “Ашығыс ярҙам”дың бик оҙаҡ килеүе, клуб алдына асфальт түшәү, һәйкәлдәргә ремонт эшләү, арендаторҙың пай ерҙәре өсөн түләмәүе һәм башҡалар тураһында әйтелде.
Йыйылышта шулай уҡ Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы профилактика инструкторы Сергей Полев, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль бүлектәр һәм урындағы үҙидара органдары менән эш алып барыу идаралығының Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы Арсен Ғәбитов сығыш яһаны.
Сходта быйылғы йылға пландар хаҡында ла әйтелде. Улар араһында Үрге Әрмет ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, ике ауылға 500 мең һум суммаға юлға асфальт һалыу, Түбәнге Әрмет ауылында ауыл мәҙәниәт йорто фасадын ремонтлау, һыу баҫымы башняһын һыу үткәргес системаһына тоташтырыу, һәйкәлдәргә косметик ремонт эшләү, янғын депоһын ремонтлау кеүек эштәр бар.
Автор фотолары.