

Сарала муниципаль район хакимиәте етәкселәре, беренсел ветеран ойошмалары рәйестәре ҡатнашты. Муниципаль райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе итеп Николай Ильич Шишков һайланды. Конференция аҙағында Ришат Иншар улы сарала ҡатнашыусыларға рәхмәтен еткерҙе.
- Һеҙ – ветерандар активы - йәмғиәттең алтын фонды булып тораһығыҙ. Беренсел ойошмалар рәйестәре булараҡ, күңелегеҙ
ҡушыуы буйынса намыҫ менән йәмәғәт эштәрен башҡараһығыҙ. Мин барығыҙҙы ла һеҙгә ышаныс күрһәткән коллегаларығыҙҙың ышанысын аҡларға, ветерандарҙың проблемаларын бергәләп хәл итеү өсөн бар көсөгөҙҙө һалырға саҡырам. Һеҙгә һаулыҡ, рух күтәренкелеге, именлек теләйем, - тине ул.
Муниципаль район хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин делегаттарҙы һәм райондың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы рәйесе итеп һайланған Н.И.Шишковты яңы вазифаһы менән ҡотланы һәм үҙ сиратында, оло быуындың һаман да барлыҡ яҡшы башланғыстарҙың алғы отрядында барыуҙарын билдәләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан