Йәмғиәт
17 Апрель 2022, 07:00

Ниндәй подъездар ремонтланасаҡ?

Ишембайҙа быйыл ҡайһы йорттарҙың подъездары төҙөкләндереләсәге билдәле булды.

Ниндәй подъездар ремонтланасаҡ?Ниндәй подъездар ремонтланасаҡ?
Ниндәй подъездар ремонтланасаҡ?

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2022 йылда комплекслы ремонтланырға тейешле күп фатирлы йорт подъездарының исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Ишембайҙа уға туғыҙ күп фатирлы йорт инде:

- Ленин проспекты, 18 (3 подъезд);
- Бульвар урамы, 37 (5 подъезд);
- Гайдар урамы, 13 (3-сө подъезд);
- Машина эшләүселәр урамы, 67
(3-сө подъезд);
- Пролетарҙар урамы, 23 (2-се
подъезд);
- Стахановсылар урамы, 118 (1-
се подъезд);
- Стахановсылар урамы, 87 (2-се
подъезд);
- Урал урамы, 33 (2- се подъезд);
- Урал урамы, 38 (2 подъезд).

Республикала бөтәһе 304 йортта 896 подъезды ремонтлау күҙаллана.

 

Венера Зәйнетдинова фотоһы

Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас