Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 12:00

Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!

Изге Рамаҙан айы башланыу уңайынан Ишембай районы мөхтәсибәте «Гранат» хәләл кафеһында ифтар мәжлестәре ойоштора. «Рамаҙан тирмәһе»ндә ауыҙ асыу өсөн көн һайын 100-ҙән ашыу ураҙа тотоусы яҡташыбыҙ йыйыла.

Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!
Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!

Ошо шишәмбе бында ифтар сараһы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров, райондың имаммөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов һәм башҡа дин әһелдәре ҡатнашлығында үтте. Көндәлек мәжлестәрҙе ойоштороуға яуаплы ҡала мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, сәләм һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе.

- Аллаға шөкөр, быйыл Ишембай ҡалаһында тәүге тапҡыр ошондай сара – «Рамаҙан тирмәһе» ойошторҙоҡ. Бында көн һайын ауыҙ асырға 100-120 тирәһе кеше килә. Яҡташтарыбыҙҙы, ҡәрҙәштәребеҙҙе саҡырып, вәғәз тыңлап һәм намаҙ уҡып, тәмле-татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итәбеҙ, - тип уртаҡлашты Илнур хәҙрәт.

– Сығымдарға килгәндә, шуны әйтергә була: көн һайын бер кеше үҙенең туғандары йәки дуҫтары менән йыйылышып, 35 мең тирәһе (100-120 кешегә) түләй. Ифтар мәжлестәренә саҡырыу ҡағыҙын ҡала мәсетенә мөрәжәғәт итеп алырға була. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Ишембай мөхтәсибәте» төркөмөнә яҙырға ла мөмкин. Мосолман дуҫтарыбыҙға бындай осрашыуҙар, аралашыуҙар оҡшай. Икенсе йылға 200 кешелек мәжлестәр ойошторорға тигән ниәтебеҙ ҙә бар. Ҡала мәсетенең имамхатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин белдереүенсә, 2 майҙа ҡала мәҙәниәт һарайында Ғәйет байрамы үтәсәк.

- Әлхәмдуллилаһ, 2013 йылдан башлап намаҙҙамын. Был – минең бала саҡтан килгән изге хыялым ине. Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән намаҙға баҫтым. Ҡала мәсетендә беҙҙең менән шөғөлләнгән Райхана апайға оло рәхмәтемде еткерәм. Мөслимә танышыбыҙ күптәребеҙҙе дин нигеҙҙәренә өйрәтте, кәңәштәре менән ярҙам итте, - тине ифтар мәжлесенә килеүселәрҙең береһе, Римма апай Кинйәбулатова. – Хәҙер Ҡөрьән китабын да еңел уҡыйым. Дингә килгәндән бирле элекке хаталарымды аңлап, донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндем. Балаларымды ла, туғандарымды ла ошо юлға өндәйем. Бөгөн «Рамаҙан тирмәһе»нә ике һеңлемде алып килдем. Уларға ла минең һымаҡ иманлы булырға яҙһын. Ошо изге айҙа бөтә башҡорт халҡы дин юлында әҙәпле тормош көтһөн ине, тип теләп ҡалам.

Ғәрәп телендәге ислам һүҙенең «сәләм»дән (тыныслыҡ) барлыҡҡа килгәнен иҫтә тотоп йәшәйек, дуҫтар. Барығыҙҙың да йортонда бәхет һәм йылылыҡ, дуҫлыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек булыуын теләп ҡалабыҙ!

 

Автор фотолары

Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!
Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас