Башҡортостан журналистары республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән коронавирус һәм уның иҡтисадҡа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур йоғонтоһо тураһында фильм төшөрә. Ләкин йәмғиәт үҙгәрҙе – ул яңы саҡырыуҙарға әҙер, тигән идеяны алға сығара уның сюжетын төшөрөүселәр. Документаль әҫәрҙең геройҙары театр йәки кино актерҙары түгел, уның өҫтөндә табиптар, уҡытыусылар, ирекмәндәр, Олимпия чемпиондары һәм башҡа һөнәрмәндәр эшләгән, тип әйтерлек.
- БСТ телеканалына коллегаларым менән үткән ваҡиғаларҙы яңынан кисерер өсөн килдек... COVID бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ. Тамашасыларҙың объектив баһаһын көтөп ҡалам, - тип белдерҙе фильм тураһында элекке һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүҙә тәүге аҙымдар ҡапма-ҡаршылыҡлы булһа ла, дөйөм алғанда, беҙ үҙебеҙҙең һөҙөмтәле эшебеҙҙе күрһәтеүгә өлгәштек. Документаль фильмдың геройҙарының береһе – СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров белдереүенсә, пандемия осоронда халыҡтың иммунитеты көсһөҙ булып сыға. Уның барлыҡ өмөтө, ышанысы вакцинаға ҡайтып ҡала.
Ниһайәт, 2021 йылдың яҙында республикаға ике компонентлы «Гам-КОВИДВак»тың тәүге партияһы ҡайтартыла.
- Төбәктә вакциналау пункттарының хеҙмәтләндереүе йәйелдерелә. Мәҫәлән, ул саҡта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бер көн эсендә 120-нән ашыу кеше прививка яһата. Бөгөнгө көнгә тиклем унда мобиль пункт эшләп килә, - тип белдерә кадр артындағы тауыш.
Максим Васильевич вакциналау осоронда ниндәй проблемалар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килгәнлеге тураһында ла һөйләп үтте.
- Республикаға прививка ҡайтартылһа ла, «ҡыҙыл зона»лар эшләүҙән туҡтамай әле. Икенсе проблема: ул – вакцина тураһында ялған хәбәр таратыу. Кешеләр ошо осорҙа төрлө алдаҡ һүҙҙәргә ышанып, паникаға, күңел төшөнкөлөгөнә күп бирелде. Күңелһеҙ хәлде туҡтатыу йәһәтенән федераль һәм республика кимәлендә ҙур эштәр башҡарылды, - тип аңлатып китә фильм сюжеттарының береһендә Максим Забелин.
Был фильмда төп урын алған сағыу темаларҙың береһе – республикала ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең асылыуы. Пандемияның киҫкен осоронда медицина учреждениеларына килгән телефон мөрәжәғәттәре бермә-бер арта. Ошо хәлде иҫәптә тотоп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шылтыратыуҙар ҡабул итеү селтәрен киңәйтергә ҡуша. Төбәк етәксеһенең йөкләмәһе буйынса республикала тиҙ арала ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырыла. Уның эшмәкәрлеге нисек ойошторолған? Операторҙар клиенттың мөрәжәғәте буйынса консультация үткәрә, асыҡлыҡ талап иткән һорауҙар бирә. Кәрәк булһа, артабан һөйләшеүҙе медицина учреждениеһы белгесенә тапшыра. Бында шылтыратыусыларҙың контакттары һәм мөрәжәғәте һаҡлана, улар мәсьәләне контролдә тотоу өсөн кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ фильм авторҙары республика территорияһында ковид-госпиталдәрҙең төҙөлөшө тураһында яҡтыртып үтә.
Шундай медицина учреждениеларының береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында 50 көн эсендә барлыҡҡа килә. Әйтергә кәрәк, бындай тәжрибәне Силәбе, Ырымбур, Белгород, Калуга һәм башҡа өлкәләр үҙләштерә.
- Беҙҙең үҙәк Өфө районы Зубово биҫтәһендәге ковид-госпиталдән ныҡлы айырыла. Бында хирургия бүлеге эшләп килә, - тип уртаҡлаша фильмда баш табибтың дауалау эше буйынса урынбаҫары Ленара Шәрифуллина. – Шулай уҡ, диагностика үҙәгендә бактериологик лаборатория, КТ-кабинеттар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында пациенттар күп профилле дауаланыу ала. COVID-19-ға ҡаршы көрәштә тағы бер геройҙарҙы оноторға ярамай. Улар – ирекмәндәр.
- Ирекмәндәр хәрәкәте һәр саҡ Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһы булды. Беҙҙең төбәк ошо йүнәлештә лидер булараҡ дан яулаған, - ти Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. – Ләкин пандемия башланыу менән, бөтәһе лә үҙгәрҙе. Ирекмәндәр кеше ғүмере өсөн көрәшә башланы. Тиҙ һәм бушлай эшләйҙәр. Ҡайһы саҡта заказсы уларҙы күрмәй ҙә ҡала. Был – ысын көрәш һәм хеҙмәт. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, пандемия бөтә өлкә өсөн дә һәйбәт һабаҡ бирҙе.
- Киләсәктә бөтәбеҙҙе лә ауыр һынауҙар көтә. Һис шикһеҙ, беҙ уларҙы еңеп сығырбыҙ, - тигән теләген еткерҙе Радий Фәрит улы.
Иҫләһәгеҙ, пандемияның башында бөтә ауырлыҡ табиптарҙың иңенә төштө. Улар фронтҡа киткән һымаҡ, тормош юлдаштарын һәм балаларын ҡалдырып, «ҡыҙыл зона»ға керҙе. Күҙ йәше аша иҫләргә генә ҡалды был хаҡта.
- Был фильм беҙҙең заман геройҙары тураһында... Тәүҙә, карантин осоронда, беҙгә мәғлүмәт етмәне. Был сирҙе йоҡторған кеше организмы үҙен нисек белгертә? Уға кире йоғонто нисек үтә? Һәм башҡа күп төрлө һорауҙар... – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Максим Забелин. – Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яңылыш килгән кешеләр юҡ! Улар үҙ эшен белгән ҙур йөрәкле кешеләр!