Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 11:30

Быуындар һыҙлағанда ярҙамға килә

Түбәндәге дауалау сараһын ҡулланып ҡарағыҙ, файҙаһы тейер.

Быуындар һыҙлағанда ярҙамға киләБыуындар һыҙлағанда ярҙамға килә
Быуындар һыҙлағанда ярҙамға килә

Бал менән аспирин ҡатнашмаһы аяҡ һыҙлауын баҫыр. Бының өсөн 10 төймә аспирин (ацетилсалицил кислотаһы), 200 грамм шыйыҡ бал кәрәк.

Аспирин төймәләрен иҙеп, бал менән бутарға ла ун көнгә өйҙә ултыртып ҡуйырға. Ошо ваҡыт эсендә уны һәр ваҡыт бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ ҡушылманы һыҙлағын тубыҡтарға һөртөп, полиэтилен япма менән нығытып, өҫтөнән шыумаҫлыҡ итеп йылыраҡ әйбер менән бәйләп ҡуйырға.

Ҡатнашманы йоҡлар алдынан яһау уңайлы. Тәүге тапҡыр эшләгәндә әҙерәк яндырған кеүек тойолор. Бындай дауаланыу ваҡытында өшөргә, оҙаҡ йөрөргә, ғөмүмән, быуындарға артыҡ көс төшөрөргә ярамай.

Балға аллергия булған кешеләргә табип менән кәңәшләшеү кәрәк.

 

 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас