

Балаларҙы байрам көнө барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙыҡ. Планеталар, ҡояш системаһы тураһында башланғыс мәғлүмәт бирҙек. Ю. А. Гагариндың фото - һүрәттәре күрһәтелде. Йомаҡтарға яуап биреп, һүрәттәр эшләнде, һуңынан саф һауала төрлө уйындар уйнаныҡ.