

Ауылдың бер яғында ҡатын-ҡыҙҙар сүп-сар йыйһа, икенсе яғында ир-егеттәр бағаналар ултыртты.
Ошо эштә ҡатнашыусы барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт, киләһе өмәләрҙә кәртәләп, башлаған эште тамамлап та ҡуйырбыҙ әле тигән өмөттә ҡалайыҡ. Йылы аштарын әҙерләп килтергән Зәлиә Зәйнетдиноваға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.