Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 10:00

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башландыХәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

“2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем запаста булмаған һәм 1998 йылдың 28 мартындағы “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” федераль законға ярашлы, хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле 18-27 йәшлек 134500 гражданды хәрби хеҙмәткә саҡырырға”, - тиелә указда. Саҡырылыш комиссияларына хәрби хеҙмәткә алыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Ошо уңайҙан Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссариаты 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә саҡырылыш буйынса үҙ эшен башланы. Был көндө граждандар хәрби-табип комиссияһы тикшереүе үтә һәм саҡырылыш комиссияһы ултырышы йомғаҡтарынан һуң, артабан хәрби хеҙмәткә оҙатылыу көнө билдәләнелгән повестка ала.

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уңайынан Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары, запастағы майор Кирилл Клюкинға мөрәжәғәт иттек:

- Рәсәй Президенты указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылышты башлап ебәрҙек. Уҡыу йорттарын тамамлаған, һау-сәләмәт егеттәрҙе әрме сафына оҙатасаҡбыҙ. Быйылғы яҙғы саҡырылыш башҡа йылдарҙан айырылмай. Ҡораллы Көстәрҙе Ишембайҙан планға ярашлы йөҙ егермеләп егет тулыландырасаҡ. Беҙҙең армияға күпләп водителдәр кәрәк. Теләге булғандар, бушлай, ДОСААФта С категорияһына уҡытыла. Тәүге партияны хеҙмәт итеү урындарына оҙатыу май айына тәғәйенләнгән. Иң беренсе, атаәсәләрҙе борсолмаҫҡа саҡырам. Илебеҙҙе һаҡларға алынған һалдаттар тыныс урындарҙа хеҙмәт итәсәк. Һүҙҙе дауам итеп, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге етәксеһе Александр Кощеев әйтеүенсә, хәрби комиссияға саҡырыу граждандарға шәхси тапшырыла. Беренсе тапҡыр килгәндә үк һәр береһенә танытма бирелә. Был документта бурыстар ентекләп яҙылған. Уҡыу йортон тамамлаусылар ике аҙна эсендә хәрби комиссариатҡа үҙе килеп хәбәр итергә тейеш.

1 апрель көндө хәрби комиссариатта егеттәр бик күп ине. Улар менән дә аралашып алдыҡ.

Айнур Мәхмүтов:

- Уҡыуымды тамамлағас та, хәрби хеҙмәткә барасаҡмын. Минең олатайым да, атайым да хеҙмәт иткән. Тыуған илем алдында үҙ бурысымды үтәргә тейешмен.

Айрат Кәримов та шундай уҡ фекерҙә:

- Армияға бик барғым килә, тик әлегә Өфө авиация техник университетында белем алам. Хәрби хеҙмәткә ҡасан ғына саҡырһалар ҙа – мин әҙер! Армия – ул тормош мәктәбе.

Дөрөҫ һүҙҙәр. Егеттәргә хеҙмәт, һис шикһеҙ, файҙаға ғына буласаҡ. Бөгөнгө йәштәрҙең атай-олатайҙары тарафынан һалынған традицияны һаҡлап, үҙенең Ватан алдындағы изге бурысын үтәргә ҙур теләк менән юлланыуы, ҡасып ҡалыуҙы хуп күрмәүе шатландыра.


Автор фотолары.

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды
Автор:Фәриҙә ХАЛИҠОВА
Читайте нас