

- Динар Әнүәр улы, һеҙ ни өсөн нейрохирург һөнәрен һайланығыҙ?
- Хирург – иң абруйлы, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе, тип уйлайым. Ул әллә күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, сирлеләргә йән өрә, өмөт уята, йәшәүгә ышаныс бирә. Кешеләргә нисек тә ярҙам итеү теләге тормошомдо медицина менән бәйләргә булышлыҡ итте. 2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланым. Хеҙмәт юлымды Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында башланым. Ишембайға саҡырыу буйынса килдем.
- Һеҙ ниндәй операциялар эшләйһегеҙ?
- Ишембай үҙәк район дауаханаһында умыртҡа һөйәгенә, умыртҡа араһы дискылары бүҫеренә, умыртҡалыҡтың компрессион һыныуы, баш һөйәге деффектының пластикаһы, баш һөйәген трепанациялау, баш мейеһе шешен алыу кеүек операциялар башҡарам.
- Һеҙҙең өсөн иң ҡатмарлы операция ниндәй булды?
- Бер нисә йыл элек, Өфө дауаханаһында эшләгәндә, реанимацияға аңһыҙ килеш, ауыр хәлдә 40 йәштән үткән ирҙе килтерҙеләр. Уның баш мейеһе шешен алдыҡ. Операция 4-5 сәғәткә һуҙылды. Һәм ул уңышлы тамамланды. Пациент төҙәлеп, аяҡҡа баҫты. Ошондай һөҙөмтәләрҙе күреп, үҙемдә тыныслыҡ тоям, эшем күңелгә йыуаныс килтерә.
- Динар Әнүәр улы, Ишембайҙа ауырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы операцияға һайлап алыу нисек үтә? Ошо турала ла аңлатып китһәгеҙ ине.
- Невролог йәки терапевт ҡабул иткәндән һуң, уларҙың күрһәтмәһе буйынса, пациент ҡаралыу өсөн нейрохирургҡа ебәрелә. Артабан табип-нейрохирургтың ҡарары буйынса ауырыу стационарға дауаланыуға килә. Бөтә кәрәкле анализдар үҙебеҙҙә тапшырыла. Тар белгестәр ауырыуҙы ҡарағандан һуң, операция кәрәкме-юҡмы икәнлеге билдәләнә. Ул пациенттың ризалығы менән генә эшләнә. Умыртҡа һөйәгенә операциянан һуң ауырыу махсус бандаж кейә һәм иртәгәһенә үк тороп ултыра ала. Ул 10 көн тирәһе дауаханала була, ауырыуға ике ай эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә. Артабан ярты йыл буйы артыҡ физик эшмәкәрлек тыйыла. Үткән йыл бындай ҡатмарлы операциялар башҡарыу өсөн Ишембай үҙәк дауаханаһына кәрәкле ҡорамалдар һатып алынды. Операция оптик контроль аша башҡарыла.
- Умыртҡа һөйәге ауырыуҙары нилектән килеп сыға, был сирҙәрҙе булдырмау юлдары бармы?
- Ысынлап та, умыртҡа һөйәгәнең дөрөҫ үҫешмәүе байтаҡ сирҙәргә килтереүе ихтимал. Иң ҡатмарлы осраҡтарҙа операция талап ителә. Йыш автомобилдә йөрөү, компьютер артында көндәр буйы ултырыу, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ ауырлыҡ, дөрөҫ туҡланмау был ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ошо сирҙәргә дусар булмаҫ өсөн профилактик саралар талап ителә. Көнөнә 2-3 километр йәйәүләп йөрөгөҙ, физик күнекмәләр башҡарығыҙ. Беҙҙең халыҡ нимәһелер ауыртһа, күрәҙәселәргә, быуын ултыртыусыларға бара, халыҡ медицинаһын ҡуллана. Тик операция эшләтеүҙән генә ҡурҡа. Ваҡыт үткән һайын ауырыу тағы ла көсәйә, үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Операцияның нисек үтеүе, пациенттың дауаханаға ниндәй хәлдә мөрәжәғәт итеүенән дә тора. Ауырыу үҙен һиҙҙергәс тә, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк икәнен онотмаһындар ине.