

Бинаның эске яғы панелдәр менән көпләнде, иҙәнен тигеҙләп яңы балаҫтар йәйҙек. Тәҙрәләрҙе лә хәҙер ҡупшы селтәрҙәр биҙәй. Бынан элегерәк мәсеттә ҡаҙанды алыштырып, йылытыу селтәренә ремонт үткәрелгәйне.
Был сауаплы эштәргә, әлбиттә, байтаҡ ҡына аҡса талап ителде. Тәүҙә ауыл халҡының мәсет хәжәтенә тип бирелгән хәйер-са-ҙаҡаларға таянһаҡ, икенсенән ауыл-дашыбыҙ
Шәрифә Юлғотлинаның эшселәргә хеҙмәт хаҡын үҙе түләргә ниәт итеүе ҙур ярҙам булды. Шулай уҡ, ауыл эшҡыуары Илшат Тимербулатов бушлай таҡталар биреүе эште еңеләйтте. Йылытҡыс селтәрендәге эштәрҙә иһә Илшат Ҡарамышев һәм Роберт Вәлиев ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Мәсет эсендәге эштәрҙе бик оҫта башҡарған Рамаҙан Мырҙабаев һәм Ришат Мөхйәнов ла ауылдаштар исеменән рәхмәт әйтәм. Эштәренең сауабын аңлап, улар эш хаҡын кәметеп алдылар.
Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) бер хәҙисендә: «Кем ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөй, уға Аллаһы Тәғәлә ожмахта өй бүләк итә», тиелә. Ауылыбыҙ мәсетен төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан кешеләргә лә бик күп сауаптар яҙыласаҡ. Улай ғына түгел - Аллаһының ризалығы өсөн мәсеткә килгән бәндәнең һәр бер аҙымына сауап яҙылғанын беләбеҙ.
Ошо изгелекле эштә ҡатнашҡан бөтә мосолмандарға Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр биреп, ике донъя рәхәтен күрергә насип итһен. Амин.