

Ҡарап тороуға ябай ғаилә һымаҡ. Резеда балалар шифаханаһында эшләй, Динар заводта хеҙмәт итә, Илнара менән Ильяс исемле балалар үҫтерәләр. Ләкин шул уҡ ваҡытта улар биш ваҡыт намаҙҙарын ҡалдырмайҙар, дини ғәмәлдәрҙе үтәйҙәр. Үҙҙәрен тотоштарында, һөйләштәрендә сабырлыҡ, итәғәтлелек тойола.
Иман юлына тәүҙә Резеда баҫҡан. Ул ике йыл самаһы намаҙҙа булһа ла, дингә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан.
- Дин бәләкәйҙән күңелемә яҡын. Өйҙәге дини китаптар быға булышлыҡ иткәндер. Өфөлә уҡыған сағымда мәсеткә йөрөй торғайным, ғәрәп телен дә шул йылдарҙа өйрәнә башланым. Ныҡлап дин юлына баҫыуым да Рамаҙан айында булды. Ошо изге айҙа намаҙ уҡый башланым, яулыҡ ябындым. Был айҙа шайтандар бығаулана тиҙәр бит. Ысынлап та шулай. Рамаҙан айында башлаған эш еңел башҡарыла. Тәүге тапҡыр ураҙа тотҡанда ла ауырлыҡ тойманым. Ғөмүмән, ураҙа тотҡанда тәүге өс көндә генә ҡыйыныраҡ булып тора, аҙаҡ өйрәнеп китәһең. Беренсе тапҡыр ураҙа тоторға ниәт итеүселәргә кәңәшем – бер генә көн тотоп ҡарайым, тиергә түгел, ә минең килеп сығасаҡ, Аллаһ Тәғәлә ярҙам итәсәк, тигән ышаныс менән башларға кәрәк. Кемдең сәләмәтлеге бар - ураҙа тоторға ҡурҡмаһындар, тип кәңәш итәм. Көн дауамында ас тороу ғына түгел, күркәм холоҡ, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт, йылы һүҙ, ғөмүмән, бөтә яҡлап та үҙеңде матур итеп тота белеүҙе тәрбиәләй ул Рамаҙан айы, - тине Резеда Рәис ҡыҙы.
Изге айҙа ғына түгел, иманға ынтылыш был ғаиләнең йәшәү рәүешенә һалынған. Балалар тәрбиәләгәндә, көндәлек тормошта ла дини һабаҡтар тик файҙаға. Икең бер уйҙа, бер маҡсатта йәшәү тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға булышлыҡ итә.
- Мин намаҙға ярты йыл элек баҫтым. Намаҙ уҡыу күп ваҡытты алмай. Ләкин ул еңеллек бирә, бәрәкәт арта. Аллаһ Тәғәләнең ярҙамын тойғас, күңелдә ышаныс ҙурая. Элек мин намаҙ уҡыуы ауырҙыр, тип уйлай торғайным. Ләкинөйрәнә башлағас, юлы үҙенән-үҙе асылды. Иң мөһиме күңелдә теләк, ниәт булырға тейеш. Минең дә күңелемдә дингә ышаныу бәләкәйҙән бар. Өләсәйем, ҡарт өләсәйем бала саҡта доғалар өйрәтте. Әсәйемдән дә дини һабаҡтар алдым. Дин тормош көткәндә лә ярҙам итә. Ғаилә ныҡ булһын өсөн хәҙистәрҙә лә күп яҙыла. Ҡатын-ҡыҙға, иратҡа мөнәсәбәт тураһында ла файҙалы мәғлүмәттәр күп. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең ғаиләһенә, балаһына мөнәсәбәте лә беҙгә өлгө булып тора. Дин беҙҙе бөтә яҡлап тәрбиәләй. Атаәсәйҙең балаһына үрнәк булыуын да оноторға ярамай. Балалар өлкәндәрҙе ҡабатлай, уларҙың һәр әйткәнен һеңдереп үҫә. Шуға айырыуса балалар алдында үҙеңде тота белеүең, уйлап һөйләүең мөһим, - тине Динар Баязит улы. Уның һүҙҙәрен хәләл ефете лә ҡеүәтләне:
- Ысынлап та, беҙгә ҡарап балаларыбыҙ ҙа, «Беҙҙең дә намаҙ уҡырға өйрәнәһе килә», тип, намаҙ уҡый башланылар, ураҙа ла тотоп ҡаранылар. Бергәләшеп мәсеттәргә йөрөйбөҙ. Әле лә бергәләп Рамаҙан айын көтәбеҙ, улар ҙа изге ай етеүен аңлап, белеп торалар, - тине Резеда.
Иманлы, тәрбиәле ғаиләләр йәмғиәтебеҙҙең ҡотон арттыра, сөнки улар насар ғәҙәттәрҙән, йәмһеҙ ҡылыҡтарҙан йыраҡ. Бындай ғаиләләр күбәйгән һайын йәмғиәтебеҙ ҙә нығына. Быйылғы Рамаҙан айы ла яҡшылыҡҡа, яңы изге башланғыстарға юл асһын.
Автор фотоһы.