Йәмғиәт
31 Март 2022, 14:30

Уҡытыусылар династияһы

Һүҙем, бик күп быуынға белем-тәрбиә биргән хөрмәтле уҡытыусым Шәмсиев Абдрахман Ғәли улы тураһында. Ул 1924 йылда Маҡар районы Аҙнай ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уҡсылар дивизияһында күп батырлыҡтар күрһәтеп, орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Томск, Ырымбур ҡалаларында хәрби училищела уҡый.

Уҡытыусылар династияһыУҡытыусылар династияһы
Уҡытыусылар династияһы

1947 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар институтында белем ала. Һайран балалар йортонда директор, Аҙнай мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып 1986 йылға тиклем намыҫлы эшләй.
Атаһының һөнәрен дауам итеп ҡыҙы Ишматова Миңнур БДУ-ны тамамлап химия, биология уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй. Улы Шәмсиев Нуриман Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай.
Ейәндәре лә олатаһының юлын дауам итә: Алмаз һәм Рубин Шадрин дәүләт педагогия институтында уҡыйҙар. Алмаз бөгөнгө көндә грек-рим көрәше буйынса оло тренер булып эшләй.
Ошондай үҙ һөнәренә тоғро булып, ғаилә династияларын дауам иткән кешәләребеҙ барҙа, киләсәгебеҙ ышаныслы, тип уйлайым.

Автор:Фәриҙә Ҡорбанова.
Читайте нас