Йәмғиәт
30 Март 2022, 13:00

Һолонан эсемлек файҙалы

Еңел генә әҙерләнә. Иң тәүҙә ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә файҙалы.

Һолонан эсемлек файҙалыҺолонан эсемлек файҙалы
Һолонан эсемлек файҙалы

Эсемлекте әҙерләү өсөн 3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла була. Был эсемлекте һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.

 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас