

- Илшат хәҙрәт, тәүҙә Рамаҙан айының әһәмиәте тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Рамаҙан айы – мөбәрәк ай. Сәхәбәләр был айҙы ярты йыл алдан көтә башлаған, алдан уҡ уға әҙерләнгән. Ғүмер буйы ошо ай булһа ине, тигән теләк менән йәшәгәндәр. Тыныслыҡ, именлек айы ул. Сөнки был айҙа иң көслө шайтандар ҙа бығауланып ҡуйыла. Шуға ла изгелек ҡылыу, гонаһтарҙан тыйылыу еңел. Рамаҙан айында тәмәке тартыуҙарын ташларға теләгәндәр, был насар ғәҙәттәренән еңел арына ала. Эске менән мауығыусылар ҙа яман ғәҙәттәренән тыйылырға көс таба.
Динебеҙҙә ураҙа ҙур урынды алып тора. Ураҙалы кеше үҙенең нәфсеһен тыйырға өйрәнә. Һанап бөткөһөҙ ҙур ҡаҙаныш ул. Был ҡаҙаныштың баһаһын кеше аңлап та бөтмәй. Әгәр кеше нәфсеһен йүгәнләргә көс тапмаһа, тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмай. Нәфсене ни тиклем нығыраҡ тота белһәң, шул тиклем күберәк хәйерле ғәмәлдәргә өлгәшәһең. Хатта балаларҙы ла нәфсене тыйырға өйрәтәләр. Береһенең дә, иртән тороп, мәктәпкә барғыһы, дәрес әҙерләгеһе килмәй. Ләкин ата-әсәләре балаларын мәжбүр итеп булһа ла мәктәпкә ебәрә, сөнки атаәсәләре белә: мәктәпкә бармаһа, наҙан ҡаласаҡ, тормошо ауыр буласаҡ. Барыһы ла ауырлыҡ, тырышлыҡ аша ғына килә. Ялҡаулыҡ менән бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай. Нәфсене тыя белмәү тик кире һөҙөмтәләргә килтерә. Мәҫәлән, күп ашаһа - артыҡ һимерәсәк йә ауырыясаҡ, һәр теләгән кешеһе менән яҡынлыҡ ҡылып йөрөһә – зинасы буласаҡ һ.б. Нәфсеңде йүгәнләһәң - уңышта, тота алмаһаң хәсрәттә булаһың. Шулай булғас, ураҙа уңышҡа илтә. Был айҙа сауап ике өлөшкә күберәк яҙыла. Йыл буйы изгелек ҡылыу күркәм ғәмәл һаналһа, рамаҙан айындағы изгелек тағы ла күркәмерәк. Гонаһ эшләү ни ҡәҙәр әшәке булһа, был айҙа гонаһ ҡылыу тағы ла әшәкерәк булып һанала. Харамдарҙан, айырыуса бөйөк гонаһтан йыраҡ булайыҡ. Аҡылыбыҙҙы юйҙырыусы, беҙҙе һәләкәткә илтеүсе хәмерҙән, кешеләрҙең тормошон ҡайғы менән тултырыусы, ғаилә ояһын емереүсе зинанан, үлемгә сәбәп булыусы талашыуҙарҙан йыраҡ булайыҡ. Тормошобоҙҙо тәртипкә һалайыҡ. Сәхәргә ҡәҙәр булған ваҡытты телевизор йәки интернетҡа бағышлап, ғүмеребеҙҙе бушҡа үткәрмәйек.
- Ураҙа айын мосолмандар нисек үткәрә?
- Ураҙа ислам диненең биш шартының дүртенсеһе булып тора, мөбәрәк Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу фарыз. Ураҙа, таң атҡан сағынан алып ҡояш батҡансыға ҡәҙәр ашау-эсеүҙән тыйылып тороу тигән мәғәнәне аңлата. Шулай итеп, кеше аслыҡ, һыуһыҙлыҡ нәмә икәнен тоя. Туҡ кеше, ас кешенең хәлен бер ҡасан да аңлай алмай, уға ҡарата мәрхәмәтле була алмай. Ураҙа, туҡ кешеләргә аслыҡтан интеккәндәрҙең нимә кисергәндәрен тойорға булышлыҡ итә. Һәр мосолман кешеһенә ураҙа тотоп Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын үтәү фарыз. Был айҙа ашау-эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан ғына тыйылырға түгел, телдәрҙе лә ғәйбәттән һаҡларға тейешбеҙ. Хатта насар уй-фекерҙәрҙән дә йыраҡ булырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән бит: “Әгәр бер кеше һиңә килеп бәйләнһә: “Мин ураҙалы“, тип әйт тә кит. Аңламайса тағын да бәйләнһә, тағы ла бер мәртәбә: “Мин ураҙалы”, тип әйт”, тигән. Пәйғәмбәребеҙ беҙҙе шулай өйрәтә. Йүнһеҙ бәндәләр менән аралашмаҫҡа, уларҙан ситләшергә. Ундайҙар менән һүҙ көрәштереп, ураҙаға зыян килтереү дөрөҫ түгел.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең “Ураҙа – ул ҡалҡан”, - тигән һүҙҙәре лә бар. Был ай гонаһтарҙан ҡалҡан булып тора. Ошо айҙа гонаһтарҙан тыйылыуы ла, изгелектәр ҡылыуы ла еңел. Мосолмандар төркөм-төркөм мәсеткә ағыла, төндәр буйы тәрәүих намаҙҙары уҡыйҙар. Кешеләрҙең күңелдәре йомшара, ихлас мөьминдәр йомартлыҡ күрһәтергә тырыша.
- Кемдәргә ураҙа тотмаһа ла ярай?
- Ислам динендә ауырлыҡ юҡ, ул еңеллек дине. Сәләмәтлекте бөтөрөп, сирләп ғибәҙәт ҡылыу зарури түгел, ул беҙҙән һоралмай. Аллаһ Тәғәлә бик йомарт, рәхимле һәм мәрхәмәтле. Тәүбә ҡылыусыларҙы ғәфү итеүсе һәм рәхимле.
Ураҙаның хөкөмө: һәр бәлиғ йәшкә еткән, үҙ аҡылында, сәләмәт булған, мосафир булмаған мосолмандарға, ҡатынҡыҙҙарға хәйез һәм нифас хәленән тыш ураҙа тотоу зарури. Мосолмандың хәле ошо шарттарға тура килһә ураҙаны тота. Ауырыу кеше, мосафир, өйөнән 90 саҡырым алыҫлыҡҡа юлланған кеше, ураҙа тотмай. Тотһа, ураҙаһы дөрөҫ була. Ауырыу сәләмәтләнгәс, мосафир өйөнә ҡайтҡас ҡаза ҡыла. Кеше сәфәргә сығып, барған урыны 90 саҡырымдан аҙыраҡ булһа, мосафир һаналмай, ураҙа
тотоу өҫтөнән төшмәй.
Ҡатын-ҡыҙ хәйез-нифас ваҡытында ураҙа тота алмай. Тотһа, дөрөҫ булмай. Шул көндәре өсөн башҡа ваҡытта ҡаза ҡыла.
Бала имеҙгән йәки ауырлы ҡатындар, балаһына зыян килеүенән ҡурҡһа, ураҙа тотмаһа ярай. Балаһын тапҡас, имеҙеүҙән туҡтағас, ҡазаһын ҡайтара. Хәле бөткән ҡарт әбей-бабайҙарға ла ураҙа тотмаһа була. Әлбиттә, иң сауаплыһы ураҙа тотоу. Ләкин ауырыу йәки һанап үтелгән башҡа сәбәптәр арҡаһында тота алмаһалар, улар фидийә саҙаҡаһын түләй, йәғни 30 кешене саҡыртып ауыҙ астырып, сәхәргә ризыҡ биреп, үҙенең өҫтөнән йөктө төшөрәләр. Шулай уҡ 60 кешене бер юлы ашатырға мөмкин. Фидийә саҙаҡаһын аҡсалата биреү ҙә дөрөҫ. Ул мәсеттәрҙә ауыҙ астырыуҙа ҡулланыла. Әйткәндәй, быйыл Ишембай ҡала мәсетендә ауыҙ астырыу уҙғарылмай. Ауыҙ астырыу “Гранат” кафеһында ойошҡан рәүештә үткәрелә. Ураҙа айы бөткәс, ғәйет намаҙы уҡылғансыға тиклем фитыр саҙаҡаһы ла бирелә. Был ололарға ла, балаларға ла ҡағыла. Уның күләмен Мөфтиәт билдәләй. Был турала гәзит аша һуңғараҡ хәбәр итербеҙ.
- Ишембай мосолмандарына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙың да ураҙаларын, уҡыған намаҙҙарҙы, ҡылған изгелектәрҙе ҡабул итһен, имандарыбыҙҙы нығытһын. Аҙашыуҙа булғандарҙы һиҙийәткә күндерһен. Балаларға тәүфиҡ насип итһен, яман ауырыуҙарҙан, яман үлемдән һаҡлаһын.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.