

Әлеге көндә Кинйәбулат ауылында тораҡ пункттарҙы догазификациялау федераль программаһы сиктәрендә газ торбалары һуҙыу буйынса ҙур эш ҡуҙғатылған. Был эштәрҙе алып барыусы подрядсы ойошма - “Струб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ун көн самаһы элек башланһа ла, эш күҙгә күренеп ырай. Беҙ барғанда Венер Килмөхәмәтов һәм Йәштәр урамында газ торбаларын һалыу тамамланып, Сәйет Макарский урамында ла эш теүәлләнеүгә яҡынлай ине. Яңы барлыҡҡа килгән был өс урам буйынса барлығы 1306 метр оҙонлоғонда газ торбалары һуҙылған, 36 йорт зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителәсәк.
- Эш бының менән генә туҡталмаясаҡ. Ғөмүмән, Кинйәбулатта ете урамды газлы итеү бурысы ҡуйылған. Артабан ул Иҫке Тәйрүк, Гараж, Өй туйлаусылар, Дала урамдарында дауам итәсәк. Барлығы ете урам буйынса 80 йортто газлы итеү мөмкинлеге булдырыла, - тине Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосопов.
Урамдарға һуҙыу ғына түгел, ер участкаһы сигенә тиклем газдың бушлай үткәрелеү уңайлығына ла ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе Венер Килмөхәмәтов урамында йәшәүсе Гөлзәр Мөхәмәҙиева:
- Яңы урамда биш йыл йәшәйбеҙ. Быға тиклем йортто электр менән йылыттыҡ. Газ торбалары һуҙылыуы көтөп алынған ваҡиға. Юлдар асылып, киптереү менән йортҡа газ үткәрергә ниәтләйбеҙ, - тине ул.
Яңы йорттар һалыныуы ауылдың йәшәүе, үҫеүе хаҡында һөйләй. Ситтән бәхет эҙләмәй тыуған ерҙәрендә төпләнеп, йорт күтәреүсе ғаиләләрҙә ауылдың киләсәге.
Граждандарҙың льготалы категорияларына бирелгән ер участкаларынан барлыҡҡа килгән йәнә бер яңы урам менән таныштыҡ. Бында ошо көндәрҙә генә электр үткәреү буйынса ҙур эш башҡарылған – урамға 450 метр оҙонлоғонда электр сымдары һуҙылған, бер электр трансформаторы ҡуйылған. Артабан йорт хужалары һәр кем үҙенә индереү хәстәрен күрә. Барлығы был урамда 18 ер участкалары бүленһә, дәртләнеп йорт төҙөй башлаусылар ҙа бар. Дүрт балалы ғаилә Әбдиевтарҙан да ыңғай тәьҫораттар ишеттек:
- Өсөнсө балабыҙ тыуғас, бушлай ер участкаһы биргәйнеләр. Әле унда йорт һала башланыҡ. Ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урамға электр һуҙыу эштәрен башҡарҙылар, бик ҡәнәғәтбеҙ. Ауылда халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн тырышып эшләгән, халыҡ тураһында хәстәрлек күрә белгән ауыл хакимиәте башлығы
Салауат Йосоповҡа ла форсаттан файҙаланып рәхмәтемде белдерәм. Уға ҡайһы ваҡытта ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, проблемаларҙы хәл итә, уға артабан да эшендә уңыштар теләйем, - тине ғаилә башлығы Рөстәм Әбдиев.
Егәрле йорт хужалары тырышлығы менән яңы ер участкаларында ла береһенән-береһе күркәмерәк йорттар ҡалҡып, киләсәктә улар ауылдың йөҙөн йәмләп ултырырына ла ышанысыбыҙ ҙур.
Автор фотоһы.