

«Бурыстар менән хушлаш – яҙҙы ҡаршыла!» акция сиктәрендә Ишембай район-ара суд приставтары бүлеге ЮХХДИ һәм федераль һалым хеҙмәте вәкилдәре менән берлектә рейдтар үткәрҙе.
- Ошо көндәрҙә суд приставтары алимент, штраф, һалым түләмәүселәргә ҡарата иҫкәртеү сараларын күрҙе. Республика юлдарында «Юл приставтары» аппарат-программа комплексы йәки «Мобиль эҙләү» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында штрафтан ҡасып йөрөүсе водителдәрҙе тотоу буйынса рейдтар ойошторолдо, - тип билдәләп үтте Ишембай район-ара суд приставтары бүлеге етәксеһе Юлия Таратунина. – Үҙегеҙҙең бурыстарығыҙ тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең https://r02.fssp.gov.ru/news./ рәсми сайтында белешергә мөмкин.
Рәсәй Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның Ишембай районы буйынса идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Гөлнур Ғиндуллина уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, халыҡҡа бер нисә тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.
- Штрафтың килеү-килмәүен даими тикшереп торорға кәрәк. Бының өсөн ЮХХДИ-ның сайтын, «Дәүләт хеҙмәте» порталын, интернет-банктарын һәм электрон түләү системаларын ҡулланырға мөмкин. Күп онлайн-сервистар штрафтар тураһындағы һылтанманы телефонға йәки электрон почтаға беркетергә мөмкинлек бирә, - тип аңлатып үтте инспектор Гөлнур Рауил ҡыҙы. – ЮХХДИнан килгән штрафтарҙы тәүге көндәрҙә үк түләгеҙ. Беренсенән – онотмаҫһығыҙ, икенсенән – 20 көн эсендә 50 процентлыҡ ташлама ҡулланырға була. Түләүҙәрҙе ҡағыҙ йәки электрон варианттарҙа кәмендә бер йыл һаҡлағыҙ. Ә шулай ҙа штрафтан ҡотолоуҙың иң ябай ысулы – юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе боҙмау. Водителдәр иплерәк, иғтибарлыраҡ булһа, үҙ хаталары өсөн түләргә тура килмәҫ ине.
Шулай итеп, Ишембай районара суд приставтары бүлеге ЮХХДИ һәм федераль һалым хеҙмәте вәкилдәре менән берлектә ойошторған сара яҡташтарға үҙ бурыстары тураһында ваҡытында белергә һәм уны тиҙ арала ҡаплатыуға йүнәлтелгән.