

*Ҙур ғына торманы алып, ос яғынан бәләкәй генә (диаметры – 1,5 см, тәрәнлеге – 2 см) уйым эшләргә. Эсенә бал һәм шәкәр һалырға. Бер нисә сәғәттән уйымда һут барлыҡҡа килер, уны көнөнә 2-4 тапҡыр 1 балғалаҡ эсергә. Торманы стаканға йки банкаға ултыртыуығыҙ отошло.
*Йылытыу кәрәккәндә һәр осраҡта ла ҡулланырға мөмкин. Бигерәк тә сабыйҙа – бронхит, әсәлә мастит булғанда файҙалы. Башҡа төр компрекстарға ҡарағанда был һөҙөмтәлерәк. Шулай уҡ эш тамамланғандан һуң, тирене таҫтамал менән һөртөү генә лә етә, ә майлы компрестарҙан һуң, һабынлап йыуырға кәрәк.
*Кәбеҫтә япраҡтарын йомшарғансы эҫе һыу менән йыуырға. Әҙерәк һыуытырға. Тәнгә шыма яғы менән ябыла. Бер аҙ ваҡыттан копресс насар еҫ сығара башлаясаҡ, шунлыҡтан төнгөлөккә ҡалдырмағыҙ, был балаға ауыр тәьҫир итеүе мөмкин.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан