

Ҡотлоюлов Вафир Малик улы өс балаһына ҡәҙерле атай, алты ейән-ейәнсәренә яратҡан олатай булып, Фирҙәүес Кәбир ҡыҙы менән 38 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Ике улға, бер ҡыҙға өлгөлө тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы улым менән киленем. “Егет кешегә – етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, - ти халыҡ мәҡәле. Тап бына шул мәҡәл, минең улыма тап килә. Уның ҡулынан килмәгән бер эше юк. Нимәгә тотонһа, шуны еренә еткереп башҡара.
Вафир улым, эшен Этҡол мәктәбендә машина-трактор төҙөлөшө фәнен уҡытыу менән башлап ебәрҙе. Үҙ улдарында ла был эшкә һөйөү уятты. Айнур, Айҙар ейәндәремдең машина, трактор төҙәтеү иң яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Ейәнсәрем Ләйсән шәфҡәт туташы булып дауаханала эшләй һәм кешеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ. Улымдың һәм киленемдең бик тырыш, уңған булыуҙары бөтә ауыл халкына ла яҡшы таныш. Вафир хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда, төрлө тармаҡта, йәйен комбайнда иген урҙы, ферма мөдире лә, ҡортсолоҡ буйынса ла эшен яҡшы башҡарҙы.
«Ата-әсәйебеҙ беҙгә ғүмер, ныҡлы белем, дөрөҫ тәрбиә бирҙе. Хеҙмәт менән бергә йәшәргә өйрәттеләр, һәр ваҡыт үрнәк булдылар. Беҙ уларҙың өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙгә ысын күңелдән матур парлы ҡартлык, сәләмәтлек теләйбеҙ”, – тиҙәр балалары.
Улым менән киленем хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен дә күңел йылылығын биреп үҫтерә. Киләсәктә лә ауырыу-һыҙланыу белмәй, яҡындарын һөйөндөрөп, дуҫтар-туғандар ихтирамында донъяны йәмләп, имен тормошта, парлы булып, оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр ине балаларым. Әсәй кеше өсөн ошонан ҙурыраҡ бәхет юҡ.