

Һеңлебеҙ 1952 йылдың 14 мартында йәмле тәбиғәтле Этҡол ауылында йәшәүсе Ислам һәм Минеямал Иманғоловтар ғаиләһендә ата-әсәһен һөйөндөрөп, өлкән ағаһына һәм апаһына иш булып донъяға ауаз һала.
Этҡол утра мәктәбендә бөтә фәндәрҙән дә тырышып уҡып, мәктәптә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашып, үҙен яҡшы уҡыусы итеп таныта.
1969 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Һайран урта мәктәбендә башлай. Бөгөн һеңлебеҙ 37 йылдан артыҡ ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған хеҙмәт ветераны.
Һайран мәктәбендә эшләгән йылдарында һеңлебеҙ үҙенең яртыһын-тормош иптәшен Шәрипов Камил Бәҙғетдин улын осратып ғаилә ҡора. Татыу, бәхетле ғаиләлә улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә. Хәҙерге көндә балалары ата-әсәһенең хеҙмәт юлын һайлап, уҡытыусылар династияһын уңышлы дауам итә.
Һеңлебеҙ балаларға математика серҙәрен асыусы һәм төплө белем биреүсе, үҙ эшенең оҫтаһы һәм яратып башҡарыусыһы булараҡ уҡыусылары, коллегалары, атаәсәләр араһында хөрмәт һәм абруй яуланы. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, ғәҙел, тура һүҙле, оло йөрәкле һеңлебеҙҙең хәстәрлекле, изгелекле булыуы менән һоҡланабыҙ. Туғандарының шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенекеләй күреп уртаҡлаша белеүе менән дә ул беҙҙе шатландыра. Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан булыуы – Нәфилә Исламетдин ҡыҙының төп сифаттары. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла уны еренә еткереп башҡарыуы, кешелеклелеге, туған йәнле булыуы менән айырылып тора.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең беҙ яратҡан тағы ла бер сифаты бар: ул моңло йырҙары, үҙенең артислығы, музыкаға һәләтлелеге, һүҙ оҫталығы менән беҙҙе шатландыра. Һеңлебеҙ ейән-ейәнсәрҙәре өсөн мәрхәмәтле, оло йөрәкле өләсәй, донъялағы иң ҡәҙерле кеше, сөнки өләсәйҙәре уларҙы һәр ваҡыт ҡурсалап, хәстәрләп, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙерлеген беләләр һәм тоялар. Шуға күрә лә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уға тартыла, уның янында таяныс һәм көс таба.
Яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән айҙа тыуғанғамы, һин, һеңлебеҙ, сабырһың да, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, гүзәл, эшлеклеһең дә! Артабанғы тормошоңда һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Йән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай,
Тән сәләмәтлеге бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә матур йәшәргә!