Йәмғиәт
21 Март 2022, 09:00

Паркты төҙөкләндереүҙе тикшерҙеләр

Ишембайҙар А.Матросов исемендәге Үҙәк паркты төҙөкләндереү планын тикшерҙе.

Паркты төҙөкләндереүҙе тикшерҙеләрПаркты төҙөкләндереүҙе тикшерҙеләр
Паркты төҙөкләндереүҙе тикшерҙеләр

Май аҙағында беҙҙең ҡалаға Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары һәм тарихи биләмәләре конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирергә кәрәк буласаҡ. Был конкурста еңеү һәм уға аҡса алыу өсөн паркты реконструкциялауҙың сифатлы, ышаныслы проект кәрәк. Унда уңайлылыҡтан, эстетиканан алып иҡтисади күрһәткестәргә тиклем барыһы ла ҡаралған. Уңышлы проект булдырыу өсөн Өфөнөң ҡалаларҙы үҫтереү институты белгестәре ишембайҙарға паркты төҙөкләндереү идеялары менән уртаҡлашыуҙарын һораны, шул уҡ ваҡытта улар өсөн был урын нимә булып тороуы хаҡында һөйләне.
Кешеләрҙең күбеһе паркта йөрөүҙәре, ял итеүҙәре, дуҫтары менән осрашыуҙары, сараларҙа ҡатнашыуҙары хаҡында яуап бирҙе. Проблемалар иҫәбендә иҫке һәм “йырлаусы” фонтандарҙың торошон, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡтарҙың булмауын, велосипедтарҙа һәм скейттарҙа йөрөүҙе, тәмәке тартыу өсөн урындар юҡлығын билдәләнеләр. Кешеләр паркта кескәйҙәр өсөн генә түгел, өлкәнерәк балалар өсөн дә каруселдәр, шулай уҡ тренажер майҙансығы, оҫталар йәрминкәләрен уҙғарыу өсөн урындар, фуд-корт булыуын теләй. Уларҙы шулай уҡ ҡар ирей башлағанда йәки ямғырҙан һуң парктың төньяҡ өлөшөндә барлыҡҡа килгән һаҙлыҡ борсой. Шул уҡ ваҡытта ишембайҙар биләмәне йәшелләндереүҙе һаҡлап ҡалырға теләй. Эшлекле осрашыуҙар, оҫталар йәрминкәләре үткәреләсәк урындар - быларҙың барыһын да яңыртылған паркта Ишембай халҡы күрергә теләй.
Хәҙер ошо күрһәткестәр нигеҙендә институт белгестәре паркты үҙгәртеүҙең яҡынса проекттарын әҙерләйәсәк, улар ҙа ҡала халҡы менән даими тикшереләсәк. Проект конкурсҡа 31 майҙа ебәреләсәк. Конференцияла 100-гә яҡын ҡала халҡы ҡатнашты.

 

Фото: https://vk.com/club210345587

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас