Йәмғиәт
20 Марта 2022, 06:00

Бәхет сере - хеҙмәттә

20 март - Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре көнө

Бәхет сере - хеҙмәттәБәхет сере - хеҙмәттә
Бәхет сере - хеҙмәттә

Халыҡтың йәшәйеш сифаты, йорт-фатирҙарҙа булдырылған уңайлы шарттар, урамдарҙағы таҙалыҡ – бөтәһе лә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы эшенә бәйле. Был эште беҙҙә Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре алып бара. Предприятиела эшһөйәр, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән белгестәр күп.

Тамара Ғафарова Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы предприятиеһында производство-техник бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. Ул 1988 йылда торлаҡ хужалығы производство тресына инженер булып эшкә урынлаша. 2000 йылда предприятиеның исеме заказсы идаралығы тип үҙгәртелә һәм унда күп фатирлы йорттарға капиталь ремонтлауҙы техник күҙәтеү инженеры итеп күсерелә. 2006 йылдан алып предприятиела производство - техник бүлегенең начальнигы.

- Минең һөнәрем торлаҡ фондын эксплуатациялауға бәйле, был торлаҡ фонды менән тәьмин итеү, ремонт, күҙәтеү һәм башҡалар. Шулай уҡ идара итеүсе ойошмалар эшен дә күҙәтәбеҙ. Торлаҡ хеҙмәттәре сифатын контролдә тотабыҙ. Бынан тыш идара итеүсе ойошмаларҙың белгестәренә консультациялар үткәрәбеҙ, - тип һөйләй Тамара Ғафарова.

Эш күләме ҙур. Был өлкәгә 34 йылға яҡын ғүмерен арнаған белгестең эше бының менән генә тамамланмай, ведомствоара комиссияла ҡатнашыусы булараҡ, комиссия менән ҡарар ҡабул итеү өсөн объекттарға сыға, фатирҙарҙың планын үҙгәртеү эштәрендә ҡатнаша. Тамара Ғафарованың хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән, шулар араһында 2015 йылда бүләкләнгән Башҡортостан Башлығы Почет грамотаһы ла бар.

- Хеҙмәттәштәремде Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ҡатмарлы һәм яуаплы эшебеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, районыбыҙ һәм илебеҙ халҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем, - тине ул.

Икенсе геройыбыҙ ошо уҡ предприятиела фатир түләүен билдәләү буйынса бухгалтер булып эшләүсе Эльвира Филатова. Ул был предприятиела 2002 йылдан алып хеҙмәт итә. Башта кассир булып эшләһә, артабан бухгалтер итеп үрләтелә. Төп бурыс – халыҡтан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе иҫәпләү, билдәләү. Шулай уҡ кешене пропискаға индереү һәм сығарыу бурысы ла ҡуйылған.

- Мин эшләгән 4-се торлаҡ коммуналь хужалығына 58 йорт ҡарай. Йәштәр фатир өсөн түләүҙе интернет аша ғына башҡарһа, беҙҙең районда башлыса оло йәштәгеләр йәшәгәс, улар фатир өсөн бында килеп түләргә өйрәнгән. Апай-ағайҙар үҙҙәренең аһ-зарҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да беҙҙең менән уртаҡлашып өлгөрә. Эшем бик оҡшай,халыҡ менән булырға яратам, - тип һөйләй Эльвира Филатова.

Киләсәктә лә улар халыҡ мәнфәғәте өсөн тоғро хеҙмәт итерҙәр, тигән өмөттәбеҙ.


Автор фотолары.

Бәхет сере - хеҙмәттә
Бәхет сере - хеҙмәттә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас