

Заманы шундаймы икән, һәр кем үҙ донъяһына бикләнеп йәшәүгә ғәҙәтләнде. Һинең тирәяғыңдағы башҡаларҙың хәле, нисек тормош көтөүҙәре ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Ләкин арабыҙҙа үҙ донъяһын да матур итеп көткән, шул уҡ ваҡытта ауылының тормошона ла битараф булмағандар бар әле. Уларҙың береһе - Смаҡай ауылынан Гөлдәр ФӘЙЗУЛЛИНА, оло йәшкә етһә лә, һаман да йәмәғәт сараларынан ситтә ҡалмай.
Ошо ауылда тыуып-үҫеүе, артабан төпләнеп ғүмер буйы ошонда йәшәүе лә Смаҡайҙың барлыҡ проблемаларын төптән белергә булышлыҡ итәлер. Биш балалы ғаиләлә иң өлкәне булып донъяға килә ул. Үҫеп буй еткергәс, Смаҡай егете Сәйәх Исхаҡ улына тормошҡа сығып, ныҡлап тыуған ерҙәрендә төпләнәләр. Гөлдәр апай ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Магазинда һатыусы ла, өлкән кассир ҙа булып эшләй, башҡа тармаҡта ла тир түгә. Хеҙмәт иткән йылдарында уҡ уның төрлө саралар ойоштороуға һәләте була. Шуға хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә генә ял итеп ултырырға күнмәй. 1992 йылда республикала беренселәрҙән булып “Смаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы ойошторолғас, ең һыҙғанып уның рәйесенең ярҙамсыһы булып китә. Әле уға тиклем уның ауылда көтөүҙе ойоштороу, мал ҡарауһыҙ йөрөмәһен өсөн халыҡҡа аңлатыу эштәрен алып барыу, сиратты яйға һалыу менән шөғөлләнә. Был бурысты ул бик күп йылдар алып бара. Уға башҡа йәмәғәт эштәре өҫтәлә. Түләнә торған эш түгел былар, ауылым матур, халҡы берҙәм булһын тигән тойғо ошондай йәмәғәт эштәренә этәрә. Был эштәрҙе яңғыҙың башҡарыу мөмкин түгел. Үҙенең фекерҙәштәре, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар менән бер төптән эшләйҙәр. “Силәгенә күрә ҡапҡасы” тигәндәй, тормош иптәше Сәйәх Исхаҡ улы ла ауылы өсөн яныпкөйөп йөрөгән ир-егеттәрҙең береһе була. Ауылда һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл төҙөгәндә лә иң алдынғылар сафында ул йөрөй. Үкенескә күрә, 51 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, ике йыл элек Гөлдәр Байтимер ҡыҙының тормош иптәше вафат була. Һәйкәл төҙөп ултыртыу ғына түгел, уны йыл һайын тәрбиәләп, исемлектең яҙыуҙарын буяп, яңыртып тороу ҙа изге бурыс. Был эште башҡарыусылар араһында Гөлдәр апайҙы йыл һайын күрергә мөмкин.
- Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар исемлегендә минең олатайым Сәйетғәлин Әбнасир Тайып улы ла бар. Ул 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Иле тип һәләк булған атайолатайҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел. Бының өсөн һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Ауылыбыҙҙа 9 Май алдынан улар иҫтәлегенә ҡөрьән уҡытыу ҙа күптән йолаға әүерелгән. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын да бергәләп үткәрәбеҙ. Бындай сараларға ситкә сығып киткән ауылдаштарыбыҙ
ҙа ҡайтып төшә. Йәмәғәт эштәре бөтмәй. Бына хәҙер яҙ етеү менән ауыл халҡы менән йыйылыштар уҙғарыласаҡ, алға пландар билдәләйбеҙ. Шулай тормош уртаһында булырға яратам. Ауылыбыҙ матур булһа, үҙебеҙ өсөн яҡшы, - тине Гөлдәр Фәйзуллина. Матур өлгө башҡа тарафтарға ла тарала. Территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшен булдырыуҙа смаҡайҙарҙың эш тәжрибәһен өйрәнергә республиканан ғына түгел, башҡа тарафтарҙан да киләләр. “Смаҡай” йәмәғәт үҙидараһы конкурста ҡатнашып грант отоп, ауылдарына һыу уҙғарыуға өлгәшә. Барлығы 20 километрға яҡын оҙонлоғонда яңы һыу торбалары һуҙыла.
Ыңғай үҙгәрештәр тағы ла дәртләнеберәк эшләүгә көс-сәм бирә. Ауылда тәртипте, матурлыҡты унда йәшәүсе халҡы булдыра. Смаҡайҙарҙың егәрле, йәшәгән төйәктәре өсөн битараф булмауҙары тураһында ла ғорурланып әйтте әңгәмәсем. Тормошона йәм өҫтәүсе балалары, ейәнейәнсәрҙәре менән дә бәхетле Гөлдәр апай. Тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр. Һәр ҡайһыһының ғаиләле, эшле булыуы әсәй кеше өсөн ҙур шатлыҡ. Биш ейән-ейәнсәре булһа, ике ейәне өйләнеп үҙ аллы тормош көтәләр.
- Балаларым, туғандарым менән бәхетлемен. Улар иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Буш ваҡытымда бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә, китап уҡырға яратам. “Торатау” гәзитен дә бер ҙә ҡалдырмай алдырып киләм, райондағы барлыҡ яңылыҡтарҙы уҡып барам, - тине Гөлдәр апай.
Кешеләргә, яҡындарыңа кәрәкле булып, файҙа килтереп йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Ошо тойғолар Гөлдәр Байтимер ҡыҙының күңеленән артабан да һүрелмәһен.
Автор фотоһы.