

Идия инәй Үрге Әрмет ауылында Фатима инәй һәм Абдулла ағай Ғәбитовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып доньяға килә. Үҫмер ваҡыттары һуғыш йылдарына тура килә. Бер туған апаһы Рабиға инәй 1941 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә, зенитчица булып хеҙмәт итә, 1943 йылда военный аэродромды һаҡлаған ваҡытта батырҙарса һәләк була.
Идия инәй бәләкәйҙән артельдә ҡап һуға, колхозда сөгөлдөр үҫтерә, төрлө эштәрҙә эшләй. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. 1949 йылда Үрге Әрмет егете Вәлиев Йәғәфәр Әхмәтвәли улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ғаиләһен дә тормош һынауҙары, ҡайғылар урап үтмәй. Матур итеп тормош көткән ваҡыттарында Идия инәй 55 йәшлек ирен, унан һуң бер-бер артлы ике улын, бер ҡыҙын юғалта. Әммә тормош тик ҡайғыларҙан ғына тормай, шатлыҡтары ла күп Идия инәйҙең.
Бөгөнгө көндә Идия инәй Минзилә ҡыҙы һәм Евгений кейәүе тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән нурлы йөҙлө, дәртле инәйебеҙ ошо көнгә тиклем мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Хәтирә” фольклор ансамбленең актив ағзаһы. Фольклор дәрестәрендә балаларға мандолина серҙәрен төшөндөрөргә лә, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәтә. Ҡотларға килгән ҡыҙҙарҙы ла мандолинала уйнап бейетеп алды.