

Был матур ғаилә пары менән күрешкәнсе иң элек Ринат Ғиниәт улын һәүәҫкәр композитор булараҡ белә инек инде. Уның ғүмер буйы нефть тармағында эшләп, бер юлы ижад донъяһында ҡайнап йәшәүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Иллеләгән йыр авторы, 73 йәштә булһа ла Ишембай нефть колледжында нефть дисциплиналары фәненән белем биреүсе уҡытыусы менән ошо көндәрҙә осрашып һөйләшергә форсат тейҙе. Нефтсе һәм композитор – ғүмер буйы ла бер-береһен тулыландырып йәшәп килә бер кешелә.
Ринат Ғиниәт улы Байғужа ауылында тыуған, ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тәүҙә 28-се һөнәрселек техник училищеһында слесарь һөнәрен алып сыға, аҙаҡ Ишембай нефть техникумында быраулаусыға уҡый. Бар ғүмере уның ошо һөнәр менән бәйле. Йүнәлтмә менән Бөрө ҡалаһына ебәрелгәс, Бөрө быраулау эштәре идаралығында инженерҙан алып цех начальнигы вазифаһына тиклем үрләтелә. Артабан Себер тарафтарында ла хеҙмәт итергә тура килә, Ишембай быраулау эштәре идаралығында скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса мастер бурысын да үтәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ишембай нефть колледжында уҡыта башлай.
- Ғүмер буйы нефтсе булып эшләгәс, практика бар. Йәштәргә белемде китаптан ғына түгел, үҙемдең тәжрибәм буйынса ла бирә алам. Һаулыҡ булғанда, эшләү үҙе бер кинәнес. Беҙҙең быуын эшкә мөкиббән киткән бит ул, - ти Ринат Ғиниәт улы.
Нефтсе һөнәрен яратып башҡарһа ла, күңелендә ғүмер буйы йыр-моңға ла һөйөү йәшәп килә. Йәш сағында Ишембайҙан алыҫҡа китеп мәҙәниәт буйынса махсус белем алыу мөмкинлеге булмай. Ләкин тәбиғәттән һалынған һәләтен күңелдә йәшереп тота алмай.
- Минең әсәйем бик матур йырлай ине. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы. Туғандар йыйылғанда ла, табындарҙа гел әсәйемде йырлатҡандары хәтерҙә ҡалған. Ғөмүмән, ауылыбыҙ халҡы элек-электән йыр-моң яратты. Бик оҫта гармунсыларыбыҙ булды. Бала саҡта йәйен тышта бесән башында йоҡларға ярата инем. Шунда гармун тартып ауылдаштарымдың йырлағанын тыңлап ята торғайным. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бигерәк тә моңло тауышлы Лена Бирҙинаның йырлай-йырлай Тәйрүккә һыуға барғаны ла әле күҙ алдында. Шуға йыр-моң күңелгә бәләкәйҙән һеңгәндер. Әле мәктәпкә бармаҫ элек, әбейҙәр кис ултырырға йыйылғанда, мине ултырғысҡа баҫтырып йырлата торғайнылар. Бәләкәй булһам да, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырҙарын белә инем. Үҫә килә гармун уйнаған ағайҙар эргәһенә барып, уларҙың уйнағанын ҡарап ултыра башланым. Юнир еҙнәмдең баяны бар ине. Ун ике–ун өс йәштәр тирәһендә уның баянында уйнарға өйрәндем. Аҙаҡ гармунды ла ҡулға алдым. Шунан бирле был музыка ҡоралынан айырылғаным юҡ. Училищела уҡығанда ла үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй инем. Шул осорҙа Байғужа йәштәре менән сит ауылдарға концерттар менән дә сығып китә инек. Мәктәптә уҡығанда әсәйем хромка алып биргәйне, элек бөтә байрамдар гармун менән үтте бит. Төнгө 3-4-тәргә тиклем
клубта йәштәрҙе бейетә инем. Шул гармуным менән һалҡындарҙа тышта ла уйнай торғас, ул бик тиҙ боҙолдо. Шунан Бөрөлә йәшәгән саҡта үҙемә баян һатып алдым, - тине Ринат ағай йырлы-моңло бала сағын хәтерләп. Әйткәндәй, тормош иптәше Тәнзилә апай менән дә осраша башлауҙарына йыр-моң сәбәпсе була.
- Мин ҡалала интернатта 10–сы класта уҡып йөрөгән, Ринаттың училищела белем алған сағы. Шул осорҙа автобустар булмағанда йыш ҡына ҡаланан ауылға йәйәүләп ҡайта инек. Бер тапҡыр юлыбыҙ Ринат менән тап булды. Шул саҡта уның иплелеге, кеше менән матур итеп һөйләшеүе күңелемә ятты. Концерттарҙа бик оҫта итеп гармунда уйнауына быға тиклем дә иғтибар итеп йөрөй инем. Унынсыны бөткәс, миңә бер аҙ Сәлих клубында эшләргә тура килде. Клуб эргәһендә генә бер инәйҙә фатирҙа торҙом. Үҙебеҙҙең ауылға йыш ҡайтып булмай, һағындыра. Элек байрамдарға открытка ебәреп ҡотлау ғәҙәте була торғайны. Бер саҡ Яңы йыл алдынан бөтә класташтарға, дуҫтарға открытка яҙып ебәрҙем. Бер открыткам Ринатҡа ла юлланды. Күңелемдә уға ҡарата йылы хистәр шунда уҡ булғандыр тим. Бер аҙҙан 8 март
байрамына үҙем дә унан открытка алдым. Ул ваҡытта Ринат техникумда уҡый ине. Шунан яйлап аралаша башланыҡ, - тип һүҙгә ҡушылды Тәнзилә апай.
Ике йәш йөрәктә ҡайнар хистәр шул осорҙа ҡабына. Тиҙҙән бер-береһенә ғашиҡ булыуҙарын аңлайҙар.
- 1969 йылдың 1 Май байрамына Тәнзилә Сәлихтән ауылға ҡайтырға тейеш ине, ни сәбәптәндер ҡайтманы. Йәштәр күмәкләп йыйылыштыҡ, ул – юҡ. Шул саҡта мин күңелемә уның етмәүен аңланым. Киске 9-10-дар тирәһе булғандыр, урман аша тураға Сәлихкә сығып киттем. Ара 10 километр самаһы бар. Тәнзиләнең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйем. Тәүҙә ошо ауылдан техникумда бергә уҡыған дуҫыма барҙым. Тәнзилә уның өләсәһендә йәшәгән булып сыҡты. Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә эҙләп таптым. Таң атҡансы бергәләп урам буйлап йөрөнөк. Шул ваҡытта Тәнзиләнең минең яҙмышым икәнлеген аңланым. Урман аша Сәлихкә тағы ла бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Клубтарына инеп, баян уйнап Сәлих йәштәрен бейетеп тә ҡайта инем. Йәшлектең матур хәтирәләре булып ҡалған ул йылдар, - ти Ринат ағай.
1972 йылдың декабрендә йәштәр никахлаша. Ринат ағайҙы Бөрөгә эшкә йүнәлткәс, ул ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡып йөрөгән кәләше лә Бөрө пединститутына күсә. Шул осорҙа Ринат Ғиниәт улы ла ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлай. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы өҫтәмә рәүештә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алырға өлгөрә. Егерме бер йыл Бөрөлә йәшәп, тыуған яҡтарына һағынып ҡайтып төпләнә Иҙелбаевтар. Ринат ағайҙың күңелендә тәүге көйө алыҫтан Ишембайға ҡайтып килгәндә ярала. Һуңғараҡ бербер артлы башҡа көйҙәр тыуа.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 10-сы һанында (11.03.2022) уҡығыҙ.
Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.