

Кемдер һөт ризыктары, кемдер тоҙланған йәшелсә, кемдер йомортҡа, бал килтергән.
Был йәрминкәлә Ҡанаҡай апайҙарын күп тап иттек. Һатыу иткән арала һөйләшеп алырға ла тырыштыҡ. Фларида Биғулова йәрминкәлә генә түгел, баҙарға ла һатыуға аҙнаһына ике тапҡыр килә икән. Ун һыйырҙың һөтөн эшкәртеп ҡаймағын, эремсеген, ҡоротон яһарға өлгөрә. Мал аҙығы ҡиммәт булһа ла, барыбер файҙаһын күрәбеҙ, ти ул. Һөт ризыҡтарын өйөнән дә килеп алалар, йәрминкәлә лә эргәһенән кеше өҙөлмәне.
Лилиә Минеғолова ла көн һайын өс һыйырҙың һөтөн эшкәртә. Уның да үҙ һатып алыусылары бар. Хатта Салауат ҡалаһынан да килеп алалар. Был юлы ла алдан уҡ шылтыратып , билдәле ваҡытҡа килеп алып та киттеләр. Мал ҡарауы рәхәт түгел. Әллә күпме көстө, ваҡытты ала. Унын ҡарауы тырышҡандар файҙаһын да татый.
Ошо уҡ ауылдан Әнисә Муллагилина хәҙер 26 йыл баҙарға һөт ризыҡтарын килтерә.
- Мал аҫрап, Һөт- ҡаймағын һатып балалар үҫтерҙек, уҡыттыҡ. Элек 4- әр һыйыр тоттоҡ,атын да, ҡуянын да аҫыраныҡ. Хәҙер кәметтек, бер һыйыр ҡалды. Барыбер ҙә файҙаһы бар, - тине йәрминкәгә майын, ҡаймағын, ҡоротон килтереүсе уңған апай.
Зиләнә Ғәлиуллина ла аҙнаһына ике тапҡыр ҡалаға һөт ризыҡтарын алып килә. Ул да хәҙер 25 йыллап ҡала халҡын тәбиғи, тәмле ризыҡтар менән тәьмин итә. Йәшерәк саҡта ғаиләһе менән фермерлыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр. Әле шәхси хужалыҡтарында биш һыйыр тоталар. Хәҙер балалары башлы- күҙле булып бөткән, донъя мәшәҡәттәре лә еңеләйгән.
Ләкин эшһеҙ тора алмау ғәҙәткә ингән.
- Иртән һауылған һөттө көнөндә һатып алыусыға еткерәбеҙ. Таҙа, тәмле ризыҡтар булғанда, һатып алыусылар ҙа өҙөлмәйәсәк, - ти ул.
Балының һәр төрлөһөн теҙеп ҡуйған умартасылар менән дә һөйләшеп алдыҡ. Улар араһында бала саҡтан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә, хаҡлы ялға сыҡҡас тотонғандары ла бар ине. Ҡышын рамдар эшләүҙәре, йәйен ваҡыттарының умарталыҡта үтеүҙәре тураһында һөйләнеләр, күңел өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, уның файҙаһы ла булыуы тураһында әйттеләр.
Автор фотолары.