Йәмғиәт
12 Март 2022, 08:00

Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте

Теүәл 39 йыл элек Ишембайҙа 42-се үҙ аллы хәрбиләштерелгән янғын һүндереү часы ойошторолған. Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы башлығы Азат Ишемғолов янғынҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәрен ошо әһәмиәтле дата менән ҡотланы.

Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул иттеҠотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте
Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте

Бөгөн районда янғын хәүефһеҙлеген 55 кеше тәьмин итә. Оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүге саҡырыу буйынса ярҙамға килергә әҙерлек, ҡатмарлы хәлдәрҙә яйға һалынған эш беҙҙә ҡотҡарыусыларыбыҙҙың хеҙмәтенә һоҡланыу һәм ихтирам уята. Байрам сараһында шулай уҡ Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы кадеттары ҡатнашты. Улар өсөн янғын часы буйынса экскурсия ойошторолдо . Кадеттар янғын һүндереүселәрҙең хәрби кейемдәрен, күреү һәм тын алыу органдарының шәхси һаҡланыу сараларын кейеп ҡарай алды.

Осрашыу мәлендә ошо тармаҡта фиҙаҡәр эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә райондың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнеләр. Янғын һаҡсыларына именлек, һәр сменанан һуң һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте
Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте
Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте
Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итте
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас