

Нәфилә һеңлебеҙ Этҡол урта мәктәбен 1969 йылда уңышлы тамамлағас, бала саҡтан уйлаған хыялын тормошҡа ашырыр өсөн Стәрлетамаҡ педагогия институтына физика-математика бүлеген уҡырға инә.
1976 йылда уҡып бөткәс, юлланма буйынса йәш белгес Һайран урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.
Ошо ауылда ул тормош иптәшен Камил Бәҙғетдин улын осрата. 1978 йылда йәштәр бер-береһен оҡшатып өйләнешеп тә ҡуялар. Тиҙҙән улар икеһе лә Зигановка мәктәбенә эшкә юлланалар. Нәфилә һеңлебеҙ физика-математиканан, Камил кейәүебеҙ география-физкультуранан балаларға белем бирә. Ғаиләгә йәм өҫтәп улы Фәһим, ҡыҙы Гүзәлиә донъяға килә. Зигановкала алты йыл йәшәпэшләгәндән һуң Биксән ауылына күсенәләр.
Улар икеһе лә ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә бағышлай. Камил кейәүебеҙ 1997 йылдан 2021 йылға тиклем директор вазифаһын намыҫ менән үтәй, ә Нәфилә һеңлебеҙ директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, математика уҡытыусыһы булып эшләне. Улар эшләгән дәүерҙә миҙалға тамамлаусылар күренә башлай. Балаларҙың Берҙәм Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына иннеүҙәре лә мәктәптә көслө уҡытыусылар коллективы тупланыуын билдәләй. Нәфилә һеңлебеҙ эшен яратып ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы, рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән бүләкләнде. Ғаиләһендә тоғро ҡатын, ҡәҙерле әсәй булып балаларын үҫтереп, юғары белем биреп-уҡытып, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙылар. Балалары уҡытыусылар династияһын дауам итеп: улы Фәһим Һайран урта мәктәбендә директор, ҡыҙы Гүзәлиә Ишембай ҡалаһында Доставалов исемендәге 1-се кадет корпусында методист-уҡытыусы булып эшләй. Шулай итеп Камил кейәүебеҙ менән 43 йыл ғүмер итәләр һәм улар 2018 йылда Ишембай районы буйынса “Һөйөү һәм тоғролоҡ” миҙалына лайыҡ булдылар.
Тормош шулай ҡоролған, көтмәгән ерҙә һынауҙарын ҡуя. Гөрләтеп донъя көтөр саҡта Камил кейәүебеҙ яҡты донъянан иртә китеп барҙы. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ауылда улар эше һәм ғаиләһе менән хөрмәт ҡаҙанған абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Оло ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ ҡәҙерле кешебеҙ, 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә бағышланы. Хеҙмәт ветераны уҡытыусыбыҙ булып хаҡлы ялға сыҡты.
Нәфилә һеңлебеҙ тормош һынауҙарын сабыр ғына итеп үткәреп, уның ҡаршылыҡтарына баҙап ҡалмай. Бөгөн хәстәрлекле өләсәй булып, өс ейәне һәм ейәнсәрҙәренең
уңыштарына һөйөнөп йәшәй.
Йорт ихатаһы алдын тултырып аллыгөллө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерергә ярата, йомарт, ҡунаҡсыл да ул. Беҙ, барлыҡ туғандары, ҡәҙерле кешебеҙҙе тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бәхетле, сәләмәт оҙон ғүмер кисереүеңде, ғәзиз балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына һөйөнөп, туғандарының хөрмәтенә күмелеп йәшәүеңде теләйбеҙ. Атлайһы ғүмер һуҡмағың оҙон, бәхетле булһын. Ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, һаман да шулай көслө рухлы һәм ярҙамсыл, изге күңелле булып ҡал.
Йән сихәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Бергә-бергә ерҙә йәшәргә,
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юбилейың байрамың.
Иң изге теләктәр менән Минибай ағайың, Рәйлә еңгәң, Миҙхәт, Илһам, Найлә.