Йәмғиәт
9 Марта 2022, 06:30

Тыл ветерандарына оло хөрмәт

Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһенә алған балалар – Еңеү көнөн яҡынайтыуға йәнен, тәнен аямай ҙур өлөш индереүселәр улар!

Тыл ветерандарына оло хөрмәтТыл ветерандарына оло хөрмәт
Тыл ветерандарына оло хөрмәт

Бөгөнгө көндә лә һынатмай тыл ветерандары. Мөғжизә шунда, онотолоп уйнар саҡтарында иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән әбей-бабайҙар әле булһа ла тынғы белмәйҙәр, бик күптәргә үрнәк булып матур донъя көтәләр.

Ибрай ауылында хөрмәткә лайыҡ Тыл Ветерандары Мухамедьянова Зәйтунә Латып ҡыҙы һәм Аллабердина Фәриҙә Абдулхаҡ ҡыҙы матур итеп донъя көтәләр.

8 март көнө Зәйтүнә апай менән Фәриҙә апайҙың хәлдәрен белеп, байрам менән ҡотланым. Апайҙарға ауылдың ағинәйҙәренә һаулыҡ, бәхетле ғүмер юлдары насип булһын!

Тыл ветерандарына оло хөрмәт
Тыл ветерандарына оло хөрмәт
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас