Йәмғиәт
1 Март 2022, 11:00

Диспансеризация тергеҙелде

Башҡортостанда өлкәндәр һәм балаларға диспансер күҙәтеүен үткәреү тергеҙелде. Мәғлүм булыуынса, ул Сovid-19–ға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле кисектерелгәйне.

Диспансеризация тергеҙелдеДиспансеризация тергеҙелде
Диспансеризация тергеҙелде

Диспансер күҙәтеүен үткәреү граждандарҙың айырым категорияларына ла, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә ҡағыла. Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.
Ишембай районында йәшәүсе 18 йәштән өлкәндәр Пролетар урамы 28-се йорт буйынса урынлашҡан поликлиникаға, 123-сө бүлмәгә мөрәжәғәт итергә. Иртәнге 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем документтар менән килергә.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Илнара Мырҙабаева.
Читайте нас