

- Үҙем 1947 йылда яҙҙың тәүге айында донъяға килгәнмен. Хәҙерге заманда тыуһам, дауахананан еңел машинала ғына елдереп ҡайтыр инем дә, ә мине ут күршем Мөнирә инәй Солтанова менән Басира өләсәйем бәләкәй санаға һалып алып ҡайтҡан. Түше тулы орден-миҙаллы фронтовик атайым шатлығына түҙә алмай тальян гармунын алып “Катюша” көйөн һыҙҙырып ебәрә. Әсәйем Миңниса тәүге балаһын ҡулына алып Әбделғәни олатайыма тоттора. Дәртле тальян тауышына күршеләребеҙ килеп инә. Олатайыбыҙ ҙа ҡулына ҡурайын ала. Шул ваҡытта башлана йырмоңға күмелгән бала туйлау табыны. Миңлеғәли тигән тәүге исемде миңә олатайымдың еңгәһе Хәмиҙә өләсәй тәҡдим итә. Минең һул ҡулымда бер тин аҡса самаһы ҙурлығында Хоҙай биргән тамға – миң була. Олатайым, данлыҡлы Ҡаруанһарай мәҙрәсәһен тамамлаған дини кеше быға ҡаршы төшөп, Фаяз исемен тәҡдим итә. Ғәрәп-фарсы телендә ул исем белемгә ынтылыусан кеше тигәнде белдерә. Башҡалар ҙа олатайымдың тәҡдименә ҡаршы төшмәйҙәр һәм миңә Фаяз тигән исем ҡушалар. Беренсе класҡа данлыҡлы Маҡар мәктәбенә уҡырға барҙым. Олатайым был уңайҙан миңә аҫылмалы сумка, уҡыу кәрәк-яраҡтары, М.Ғафуриҙың шиғырҙар йыйынтығын һәм А.С.Пушкиндың “Руслан и Людмила” китабын бүләк итте. Өйҙәгеләрҙең тырышлығы менән мәктәпкә тиклем үк арифметик ғәмәлдәрҙе еңел генә сисә, башҡорт һәм рус алфавитын яттан белә инем. Олатайым миңә хатта ғәрәп алфавитын да өйрәтә башлағайны. Шул ваҡытта уҡ тағы ла һөнәрем бар ине – атайым “Әпипә” һәм “Ҡарабай” көйҙәрен өйрәтте. Өләсәйем һөйләгәндә әйткәнен һәр ваҡыт мәҡәл-әйтемдәр менән нығытып ҡуйғаны хәтерҙә. Әсәйем йырға маһир булды. Илленсе йылдар уртаһында Мәскәүҙә уҙғарылған декадникта атайым менән ҡатнашып дипломант исеменә лайыҡ булып ҡайттылар. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Дүрт мөйөшлө ағас өйҙә олатай, өләсәй, атай, әсәй һәм алты бала йәшәнек. Өйҙәге төп мебель – йорттоң бер башынан икенсе ситенәсә һуҙылып эшләнгән урындыҡ булды. Ул беҙҙең өсөн ашау урыны ла, йоҡо бүлмәһе лә, дәрес әҙерләү ере лә булды. Унлы кәрәсин лампа яҡтылығында нисек дәрес әҙерләгәнбеҙҙер...Олатай күпләп умарта тотто, һарайында 3-4 баш һыйыр малы булды, “Башҡорттоң уң ҡулы – ат” тип һәр ваҡыт ат аҫыраны, эргәләге Һикәҙе йылғаһында ҡаҙҙар үҫтерҙеләр.
Мәктәптә уҡыу миңә еңел бирелде. Уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе һуғыш ветерандары ине. Әле һаман Ҡотлобаев Вафир ағайҙы, уның ҡатыны ветеран Ғәлиә апайҙы, Сәсәнбаев Йыһанбай һәм ҡатыны Өмәмә апайҙы, Йомағужин Иҙелбәк, Әхмәтйәнов Шәһит, Мөхәмәтов Фәтҡелислам, Биктимеров Әхмәт ағайҙарҙы класташым һәм тормош иптәшем Гөлдәр Мәғәфүр ҡыҙы менән һағынып иҫкә алабыҙ.
Тәүге мөхәббәт
Етенсе класта беҙҙең класҡа яңы уҡыусы Вәлиева Гөлдәр исемле ҡыҙ уҡырға килде. Төҫкә-башҡа сибәр генә, дәрестәргә һәр ваҡыт әҙерләнеп килә, физика-математика фәндәрен һыу кеүек эсә, мәктәптең йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, теттереп бейей. Ҡыҫҡаһы, минең шул ҡыҙға күҙем төштө. Ғорурланып әйтә алам, бына хәҙер ярты быуаттан ашыу уға булған мөхәббәтем һүрелмәй. Мәктәпте тамамлағас, беҙ өйләнештек.
Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙам иттек. Өлкән ҡыҙым Эльвира Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне,
хәҙер хаҡлы ялда. Уртансы ҡыҙыбыҙ Лилиә Ишембай ҡалаһында кешеләр һаулығы һағында тора. Төпсөгөбөҙ Фаягөл Ишембай нефть колледжында инглиз теленән уҡыта. Әйткәндәй, был исемде уға апайҙары ҡушты. Йәғни, Фаяз менән Гөлдәр исемен ҡыҫҡартып алыу. Ҡатыныма хас төп сифат – көтә, түҙә белеүе. Тәүҙә мине әрме сафтарынан, аҙаҡ институтта уҡығанымды ла сабыр ғына көттө, түҙҙе. Бының өсөн рәхмәт уға. Хеҙмәт юлым нисек башланды?
Педагогик һәләт кешегә нәҫелдән биреләлер ул. Өлкән синыфта уҡығанда уҡ Гөлдәр менән уҡытыусыларыбыҙҙың дәрестәренә кереп ултырырға ғәҙәтләнеп киттек. Методика тигән төшөнсә беҙгә ул ваҡытта ят булһа ла, һуңынан дәрестең ҡоролошона анализ яһай торғайныҡ. Беҙҙең өсөн уҡытыу стажы 1965 йылдан башланды. Күрше Иҫәкәй мәктәбенән эш тәҡдим иткәйнеләр: Гөлдәргә - башланғыс кластар, миңә физкультура, хеҙмәт, һүрәт төшөрөү дәрестәрен. Етәкләшеп алабыҙ ҙа көн һайын Иҫәкәйгә эшкә йүгерәбеҙ. Иптәшем эшен дауам итте, мине армияға алдылар.
Әрмелә булыу – ир-егеттәрҙең изге бурысы
Өс көн Өфөнөң йыйылыу пунктында ятҡандан һуң, беҙҙе, Башҡортостан вәкилдәрен поезд менән Себер тарафтарына хеҙмәткә оҙаттылар. Июнь айы, вагондарҙа
эҫе, тынсыу, һауа етмәй, һыуһаттыра. Юлға алған ризыҡтарыбыҙ ҡатып, иҫкереп бөттө. Ике тәүлектән һуң Ужур исемле ҡалаға килтерҙеләр. Хеҙмәт менән танышыу хәрби кейем биреүҙән башланды. Бының өсөн сафҡа баҫаһың, вагондың бер башынан кереп китәһең, кейеп килгән кейемеңде бер мөйөшкә ырғытаһың, ялтыратып сәсеңде ҡырғас, душ керәһең, һуңғы пунктта һалдат кейемен алаһың да сығып стройға баҫаһың. Бөтәһе лә йәп-йәшел, хатта яҡын иптәшеңде лә танымай тораһың. Хеҙмәт иткән осорҙа иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булды. Бер ваҡыт беҙҙе йәшелсә базаһына бәрәңгене сорттарға айырырға ебәрҙеләр. Эштең асылы шунда – ҙур өйөмдәге картуфтың эреһен бер яҡҡа, вағын икенсе яҡҡа ташлайһың. Һәр бәрәңгегә эйелеп, кире баҫып ялҡытты бер мәл. Бил ауырта, тир аға. Мин эште үҙемсә еңелләштерергә булдым. Әҙәм буйы таяҡ алдым да, бер осона йөҙлө ҡаҙаҡ ҡағып, ултырған ерҙән генә бәрәңгегә сәнсеп эреһен бер, вағын икенсе яҡҡа ташлай башлыным. Рәхәтләнеп эшләй генә башлағанда, дежур капитандың, асыулы тауышы яңғыраны:
- Рядовой Газалиев, встать, за порчу государственного имущества объявляю трое суток ареста!
- Есть трое суток ареста! - тип яуаплауҙан башҡа сара ҡалманы миңә. Шулай итеп гауптвахтаны күрергә лә насип булды. Гармунда уйнай белеүемдең дә файҙаһы тейҙе.
Дивизияның ҙур плацта строй смотры бара. Һәр рота тигеҙ сафтарға теҙелеп, йыр менән юғары вазифалы штаб офицерҙары эргәһенән үтергә тейеш. Гармунымда “Через две зимы” йырын уйнап рота алдынан ғорур баҫып мин дә уҙып киттем. Һөҙөмтәлә, был ярышта беҙ икенсе урын алдыҡ. Ә миңә ҡыҫҡа сроклы отпуск бирҙеләр.
Юғары белемгә ынтылыш
Хеҙмәт иткән осорҙа ғүмеремде уҡыу-уҡытыу, йәш быуынды тәрбиәләү эшенә арнарыма инанғайным. Ошо маҡсат менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына имтихандарымды уңышлы ғына тапшырып уҡырға инеп киттем. Студент йылдарында яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләндем. Дүрт йыл Комсомол урамындағы ятаҡта студсовет рәйесе булдым, “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе инем, ашханала ҡарауылсы булып та эшләнем. Егеме һигеҙ һум стипендияға, гәзит гонорары һәм ҡарауылсы эш хаҡы ярап ҡала торғайны. 1974 йылда уҡыуымды тамамлағас, Маҡар мәктәбенә юллама бирҙеләр.
Педагогик эшмәкәрлек
Маҡар мәктәбендә төрлө вазифаларҙы башҡарырға тура килде. Иң тәүҙә мәктәптән тыш эштәрҙе ойоштороу сараларына яуаплы булдым. Ул ваҡытта мәктәп урмансылығы эше була торғайны. Йыл һайын яҙ башынан уҡыусыларҙы Казарма утары эргәһенә йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыу, тәрбиәләүгә йәлеп итә инек. 40-50 гектар майҙанда йәш үҫентеләр ултыртыу ғәҙәти күренеш була торғайны. Эштән һуң уҡыусылар менән күңелле уйындар ойоштороп, йылғала балыҡ тотоп, ашарға бешереп күңелле ял да итеп ҡайта инек. Мәктәп урмансылығы көслө булды, хатта беҙҙә республика кимәлендәге мәктәп урмансылыҡтары ярыштарын ойоштороу йолаға әүерелде. Артабан миңә НВП – башланғыс –хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барыу һәм уны етәкләү вазифаһы йөкмәтелде. Был дәрестәргә лә уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөнө. Автоматты ваҡытҡа һүтеү һәм йыйыу, бәләкәй калибрлы винтовканан сәпкә атыу, строй аҙымдары менән йөрөү уҡыусыларҙың яратҡан шөғөлөнә әүерелде. Норматив буйынса автоматты һүтеү өсөн генә 45 секунд ваҡыт бирелә. Уҡыусылар шул тиклем мауығып китте. Хатта ҡайһы берҙәре 32 секундта хәрбиә ҡоралды һүтеп, йыя ине.
Иҫәкәй мәктәбендәге уҡытыу йылдары
Был мәктәптә миңә директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. Ҡурҡманым, ризалашып эшкә тотондом. Унда Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай ауылдары уҡыусылары йөрөп уҡыны. Ағастан һалынған, утын менән йылытылған һигеҙ йыллыҡ мәктәп. Түбәнән ямғыр һыуы үтеп тора, матди-техник базаны нығытырға, уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итергә кәрәк. Тәүге осорҙа уҡ үҙемә эш маҡсаттарын билдәләнем.
Үҙебеҙҙе ит менән тәьмин итеү маҡсатында, мәктәпкә һыйыр алып ебәрҙек, һөткә лә ҡытлыҡ кисермәнек. Элек һыуҙы Рәүҙәк йылғаһынан ташыһаҡ, аҙаҡ мәктәп эргәһенә ҡойо ҡаҙытып ашханаға һыу үткәрҙек. Ашханала электр плитаһы урынлаштырҙыҡ. Шунда бутҡаһы ла беште, сәйен дә ҡайнаттыҡ. Мәктәпте йылытыу өсөн электр ҡаҙанлығы ҡуйылды. Шулай итеп, шарттарҙы яҡшыртыу йүнәлешендә эш алға китте. Мәктәп тулыһынса кабинет системаһы уҡытыуына күсерелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына башҡорт тирмәһе формаһы биреп үҙгәртелде. Башҡорт теленең абруйын күтәреүҙә мәғариф бүлеге методисы Миҙхәт Яппаровтың һәм үҙебеҙҙең абруйлы уҡытыусыбыҙ Рәмилә Хәкимованың хеҙмәте ҙур булды. Мәктәбебеҙ уҡытыусылары август кәңәшмәһендә һәр ваҡыт маҡталып телгә алынды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса йыл һайын призлы урындар яуланы. Мәктәп тиҙҙән өс ауылдың мәҙәни үҙәгенә әүерелде. Бөтә иҫтәлекле даталарға уҡытыусылар ентекле әҙерләнде, спектаклдәр ҡуйылды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Рәмилә Хәмит ҡыҙы үҙ аҡсаһына уҡыусыларын гәзиткә яҙҙыртты. Уҡыу йылы башында уғҙарылған тәүге ҡыңғырау байрамында квитанцияларҙы уҡыусыларға бүләк итеп тарата ине.
Беҙҙең ғаиләнән генә мәктәптә биш уҡытыусы эшләнек – ҡатыным Гөлдәр Мәғәфүр ҡыҙы, ҡыҙым Фаягөл Фаяз ҡыҙы, кейәүем Илнур Байбулат улы һәм бер туған ҡустым Нияз Ғаяз улы. Ошолай итеп үҙем йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүгә биш тиҫтә йылға яҡын ғүмеремде арнаным. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, СССР-ҙың почетлы доноры, Педагогия хеҙмәте ветераны исемдәренә лайыҡ булдым. Әле ҡатыным менән хаҡлы ялда геүләтеп йәшәп ятабыҙ. Күпләп ҡош-ҡорт, һыйыр малдары аҫырайбыҙ. Иң яратҡан шөғөлөм – умартасылыҡ. Был һөнәрҙе кейәүем Илнур менән ҡыҙым Фаягөл, уларҙың ҡыҙҙары Регина, Руфина, Рәлинә лә үҙ итте. Уларҙың йәйге ялдары Ҡара диңгеҙ буйында йәки Төркиәлә түгел, ә беҙҙең умарта баҡсаһында үтә. Ғүмер юлының байтаҡ өлөшө үтелгән. Һағынып иҫләрлек матур мәлдәренең күп булыуы менән бик тә ҡәҙерле ул минең өсөн.
Автор фотоһы.