Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 14:00

Көтөп алынған бүләк

Бөгөн Ишембай муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов 4 ғаиләгә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын тапшырҙы.

Бындай ярҙам “Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү” республика программаһына ярашлы бирелә. Сертификат аҡсаһы Гөлнур һәм Ринат Мансуровтарға, Йондоҙ һәм Илдар Латыповтарға, Зәлиә һәм Дамир Сабитовтарға, Эльвира һәм Андрей Сергеевтарға торлаҡ алыуға ярҙам итәсәк.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА

Автор фотолары

Читайте нас