Йәмғиәт
27 Февраль 2022, 08:00

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле

Йәмғиәтебеҙ көсө, нигеҙе – хеҙмәт кешеләрендә. Ниндәй һөнәргә эйә булһалар ҙа ғүмер буйы тырышып хеҙмәт иткән, эште алға ҡуйған яҡташтарыбыҙҙың күп булыуы ҡыуаныслы ла. Әлеге мәҡәләмдең геройы бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған ветеран педагог – Көҙән ауылында йәшәүсе Заһиҙә НУРҒӘЛИЕВА (АРЫҪЛАНОВА) уҡытыусылар династияһының лайыҡлы вәкиле.

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетлеЭше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле

- Мәктәпкә барғанға тиклем бәләкәй балаларҙы теҙеп ултыртып уҡытыусы булып уйнай инем. Был шөғөлөм мәктәп йылдарында ла дауам итте. Пионер булғас, бишенсе кластарҙа уҡығанда, үҙемдән бәләкәйерәк октябряттарға бейеүҙәр өйрәтә торғайным. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ҡандан да киләлер. Сөнки Ғәрифә ҡарт өләсәйем дә мәҙрәсәлә ҡыҙҙар уҡытҡан. Ул үҙенең уҡыусылары араһында иң зирәк, иң сос ҡыҙҙы һайлап, улына кәләш итеп алып биргән. Зөләйха өләсәйем менән Бәхтегәрәй олатайым ауылдың ихтирамлы кешеләре булып ғүмер иткән. Атайым да уҡытыусылыҡ юлын һайлаған. Шуға мин дә башҡа һөнәрҙә эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәнем. Ғүмәр ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Маҡарҙа белем алдым, унан Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына юлландым. Диплом алғас, бер нисә ауыл мәктәбенә барыу мөмкинлеге бар ине, Атайымдың кәңәшен тотоп, үҙебеҙҙең ауылға яҡын булған Көҙәнде һайланым. Мәктәп директоры Кәрим Шәйәхмәтов етәкселендәге шул тиклем татыу, көслө коллективҡа килеп эләктем. Йәш кенә булһам да, ҙурлап, матур итеп ҡабул иттеләр, - тип һөйләп алып китте хеҙмәт юлы башланған осорон Заһиҙә Гәрәй ҡыҙы.

Уҡытыу менән бер рәттән балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү ҙә көслө була. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр йәйге хеҙмәт лагерында сөгөлдөр утап, колхозға ярҙам иткән осор әле лә күҙ алдында ветеран уҡытыусының.

- Эшләйбеҙ ҙә, шунда ашаталар ҙа. Ял иткәндә ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар үткәрәбеҙ. Йәйен утауҙа булһаҡ, көҙөн сөгөлдөр уңышын йыйыуҙа ҡатнашабыҙ. Эшкә өйрәнеп үҫә ине балалар. Иртәгәбеҙ тағы ла матурыраҡ буласаҡ тигән ышаныс көслө булды. Ял да итә белдек. 19 май - Пионерия көнөндә яланға сығып, ярыштар үткәреп, шунда усаҡ яҡҡан мәлдәрҙе лә оноторлоҡ түгел. Көҙөн уңыш байрамын үткәрһәк, һәр кем үҙенең баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеште, төрлө ризыҡтар бешереп килтереп, атай-әсәйҙәр менән берлектә күңелле сараға әүерелә ине, - был йылдар ветеран уҡытыусының күңелендә ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлай.

Заһиҙә Гәрәй ҡыҙы тәүҙә уҡытыусы булһа, шунан директорҙың тәрбиә эштәре буйынса, аҙаҡ уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып китә, кәрәк саҡта директор вазифаһын да башҡарырға тура килә. Ләкин бер ҡасан да етәкселеккә ынтылмай. Быны ул бик ябай итеп аңлата. “Минең күңелемә етәкселек итеү түгел, балалар менән эшләүе, уҡытыуы нығыраҡ яҡын ине”, - ти ул. Тәүҙә рус теленән белем бирһә, мәктәптә башҡорт теле индерелгәс, был фәнде уҡытыу ҙа уның иңенә төшә. Ун бишләп уҡыусыһының тап уның һөнәрен һайлауы, үҙенең фәненә ҡарата һөйөү уята белеүе тураһында һөйләй.

- Уҡытыусы – һәр һөнәрҙең башында торған ихтирамлы профессия. Тормошта үҙ урынын тапҡан уҡыусылар тәрбиәләү бер уҡытыусының ғына түгел, тотош коллективтың, ата-әсәләр менән берлектәге хеҙмәт емеше. Беҙҙең уҡыусылар араһында үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар ҙа, етәкселәр ҙә, уңған механизаторҙар ҙа, водителдәр ҙә, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Уларҙың һәр береһе беҙҙең ғорурлыҡ, - ти хаҡлы ялдағы педагог.

Хеҙмәт йылдары үткән дә киткән, ә булдыҡлы уҡыусылар – эштең һөҙөмтәһен сағылдырыусы бер күрһәткес булып ҡалған. Заһиҙә Гәрәй ҡыҙына төрлө йылдарҙа тапшырылған Коммунистар партияһы Өлкә комитетының Почет грамотаһы, “Өлкән уҡытыусы” тигән маҡтаулы исем һәм башҡа наградалар – был һүҙҙәргә дәлил.

Был нәҫелдә борондан килгән уҡытыусылар династияһы ла өҙөлмәй дауам итә.

- Бер туғандарымдан Сафа энем тарих уҡытыусыһы булды, Салауат ҡустым рус теле, географиянан белем бирҙе, уның оҫта умартасы булыуы ла билдәле. Ҡыҙым
Светлана ла педагогия институтын тамамланы. Тәүҙә Ишембайҙа эшләне, әле Себер тарафтарында күп профилле колледжда йәмғиәтте өйрәнеү фәненән, тарихтан уҡыта. Уның да хеҙмәт стажы байтаҡ булып китте. Үҙенең эшен яратып башҡарыуы минең өсөн бигерәк тә ҡыуаныс. Ейәнсәрем Алһыу беҙҙең уҡытыусылар династияһының иң йәш вәкиле. Әле Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында 5-се курста уҡытыусылыҡҡа белем ала. Бер юлы эшләп тә йөрөй. Миңә эше, уҡыусылары тураһында мауығып һөйләүенән уның да һөнәрен үҙ итеүен тоям. Тимәк, беҙҙең династиябыҙ киләсәге дауамлы, - ти бәхетле йылмайып әңгәмәсем.

Был нәҫелдең тағы ла бер матур һәләте – музыкаға оҫталыҡтары ла бар. Был да быуындан-быуынға күсеп килә.

- Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип әйткән бит халыҡ.

Атайымдың ике туған энеһе Сәфәр Шәрипов пианино, гармун, скрипкала бик шәп уйнай торғайны. Ул хатта Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә лә скрипкаһы менән сығыш яһаны. Ул һәләт атайымда ла булды. Кис етһә, ҡулына скрипка алып уйнап ебәрер ине. Уға Наилә апайым менән мин мандолинала ҡушылабыҙ. Әсәйебеҙ матур йырланы. Күрше тирә-яҡ балалары беҙҙең сығыштарҙы ишетеп килеп тыңлап торор ине. Бергәләп клубта концерт ҡуйған саҡтар ҙа булды. Нажиә һеңлем думбыраны үҙ итте. Уны ҡалала төрлө концерттарҙа сығышын да күптәрҙең күргәне барҙыр. Музыка ҡоралында уйнай белеүем уҡытҡанда ла ярҙам итте. Мәктәптә мандолина түңәрәге ойоштороп ебәрҙем. Уҡыусылар менән концерттар ҡуя инек, - Заһиҙә апай йәнә матур хәтирәләрен тағатты.

Заһиҙә Гәрәй ҡыҙы тулы бәхетле кеше. Сөнки эргәһендә 52 йыл бергә ғүмер иткән яртыһы – Марат Абдрахман улы ла бар. Үҙенең яҙмышын да ул ошо ауылда осрата. “Марат колхозда, мин мәктәптә эш башлаған саҡ. Элек колхоз, мәктәп берлектә эшләне бит. Сәхнәлә спектаклдәр ҡуйып йөрөгән ваҡытта дуҫлашып китеп, өйләнештек инде”, - тип хәтерләй әңгәмәсем. Ошо ғаиләлә ауаз һалған Светлана ҡыҙҙары һәм Азат улдары ла тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Хәҙер инде ейәнейәнсәрҙәр шатлығы биҙәй Заһиҙә апай менән Марат ағайҙың ҡартлығын.

Әйткәндәй, Марат Абдрахман улының нәҫелендә лә уҡытыусылар байтаҡ. Йәш сағында атаһы балалар уҡытҡан, ләкин Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, ҡабат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Марат ағайға атаһын күреү насип булмай. ”Улы тыуыуы тураһында ишетә. Марат тип исем ҡушығыҙ, тигән хаты ғына килә”, - ти яҡындары.

Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә Заһиҙә апай 30 йыл бергә ғүмер иткән ҡәйнәһен дә күңел йылылығы менән иҫкә алды. “Күп һөйләргә яратманы, өйҙәген урамға сығарманы, бик аҡыллы, тәртипле булды ҡәйнәм”, - тине ул.

Тормош күргән оло быуындың кәңәштәре йәштәргә тормош әсбабы һымаҡ. Һәр замандың үҙ ҡыйынлығы, үҙ шатлығы. Ләкин шул һынауҙарҙы лайыҡлы үтә белеү ҙә – йәшәү мәғәнәбеҙ тигән фекерҙә әңгәмәсем.

- Тормош – ул көрәш, ҡыйынлыҡтар осрап тора. Ауырлыҡтарға еңелергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта кешелекле, башҡаларға тәмле һүҙле, ихлас та булып ҡалырға, матур йәшәргә ынтылырға кәрәк, - тине Заһиҙә Гәрәй ҡыҙы.

Үҙе лә ошо һүҙҙәренә тоғро булып ғүмер итә замандашыбыҙ. Туған йәнле, ярҙамсыл булыуы менән яҡындарының ихтирамын, һөйөүен яулаған. “Үҙенә булмаһа булманы, ул иң элек туғандарын хәстәрләне. Уның изге йөрәгенә барыбыҙ ҙа һыя”, ти туғандары. Заһиҙә Гәрәй ҡыҙына киләсәк тормошоноң да бөтөн, бәрәкәтле, ырыҫлы булыуын теләйбеҙ.


Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.

Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Эше менән дә, тормошо менән дә бәхетле
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас