Йәмғиәт
26 Февраль 2022, 08:00

Йәштәр башланғысын яҡлап

Ишембайҙа «Йәштәр-PRO» мәғариф форумы үтте. Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусылар һаны арта ғына бара.

Йәштәр башланғысын яҡлапЙәштәр башланғысын яҡлап
Йәштәр башланғысын яҡлап

Быйыл мәғариф майҙансығында 13 әүҙем егет һәм ҡыҙ үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһаны. Дүрт йыл рәттән был форум «Торатау» исеме менән алып барылһа, быйыл уның исеме лә, форматы ла, дизайны ла үҙгәрҙе. Сара алдынан ҡатнашыусылар менән аралашып алдым.

- Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар 6 көн эсендә проект яҙыу буйынса лекция тыңлаясаҡтар. Шулай уҡ һәр команда үҙҙәре лә жюри ролендә буласаҡ, - ти Ишембай ҡалаһы һәм районының Йәштәр эше буйынса комитет белгесе Анастасия Стрижкова.

Форум ике өлөшкә бүленде: мәғариф-күңел асыу һәм проект буйынса сығыш яһау.

- Мин “Ишембайҙың изге йөрәктәре” ойошмаһы ағзаһымын. Бөгөн “Ирекмәндәр көндәлеге” тип аталған проект менән сығыш яһаясаҡмын. Бындай саралар йәштәргә артабан да үҫергә ярҙам итә, - ти форумдың ҡатнашыусыһы Аделия Ғөбәйҙуллина. Ирекмән – ул үҙ ваҡытының бер өлөшөн үҙ ирке менән тормошто яҡшыртыусы социаль әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашыр өсөн бүлеүсе кеше. Төрлө йәштәге, төрлө милләт, төрлө шөғөллө кешеләр ирекмәндәр рәтен тулыландыра ала. Улар бер нисә үҫеш этабын үтә. Иң башта үҙ ауылдарындағы сараларҙа, акцияларҙа ҡатнашалар. Аҙаҡ, бер аҙ тәжрибә туплағас, төбәк, төбәк-ара, ил кимәлендәге мәҙәни, күңел асыу, спорт сараларында, форумдарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге асыла, артабан сит илгә бара алалар.

Жюри ағзаһы Евгения Долгих йәштәр форумында ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген юғары баһаланы.

- Йәштәр проектҡа яуаплы ҡараған. Сара барышында улар мөһим темаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашты. Проекттарҙа экология, балаларҙың белем алыуы, өҫтәмә белем, яңы алымдар сағылған. Киләсәктә бындай форумдарҙа ҡатнашыусыларҙы, ирекмәндәрҙе юғары үрҙәр көтә тип уйлайым, - тине ул.

Һөҙөмтәләр буйынса дүрт проект эше бүләкләнде. Был йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереүҙең башы ғына.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас