Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 12:00

Дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләр

Ишембай районы умартасылары өсөн уҙғарылған семинарҙа бал етештереү буйынса үҙ эшеңде ойоштороу өсөн 350 мең һумдан алып 8 миллион һумға тиклем дәүләт субсидияһын алыу мөмкинлеге тураһында һөйләнелде.

Дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләрДәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләр
Дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләр

Умартасыларға бындай саралар хаҡында вице-премьер А. Бадранов Маҡарға барған сағында урындағы умартасыларҙа француз эшҡыуары Патрик Хоффман тормошҡа ашырған инвестициаон проект тураһында һорау килеп сыҡҡандан һуң әйтте. Сараның төп спикерҙары булып Башҡортостан  Республикаһының Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге директоры урынбаҫары Әлфиә Гәрәйшина,  Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми тикшеренеү үҙәге советнигы Рөстәм Резбаев сығыш яһаны. Әлфиә Гәрәйшина дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда,  республика ауыл хужалығы етешетереүселәре өсөн һөҙөмтәле программалар бар. Мәҫәлән, “Агростартап” – ул беренсел бизнес ойошторорға һәм артабан үҫергә теләүселәргә йүнәлтелгән, “Ғаилә фермаһы” – үҙенең ерендә ике йылдан кәмерәк эшләгән һәм был эшкә яҡындарын да йәлеп итә алғандарға тәғәйенләнгән. Ярҙамдың өсөнсө сараһы – кооперативтар, улар квартал һайын сеймал һәм ҡорамал һатып алыуға субсидия юллау  мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн тейешле документтар һәм отчет талап ителә. Әлфиә Мәүлет ҡыҙы әйтеүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булып теркәлгәс, (мәҫәлән кооператив) үҙеңдең продукцияңды һатыу (сауҙа вәкилдәре менән килешеүе еңел) һәм   сертификатлау ҙа күпкә еңелләшә.

- Беҙҙең институт республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле булып тора, -ти Рөстәм Резбаев. – Беҙ аграр университет һәм башҡа ғилми ведомстволар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар ҙа умартасылыҡ проблемаларына ҡушыла. Әлбиттә, урындағы халыҡҡа консультация- мәғлүмәт йәһәтенән дә ярҙам буласаҡ. Мәҫәлән, килешеүҙәр нигеҙендә бал ҡорттарының тоҡомон баһалау һәм башҡа һорауҙарҙа ярҙам итә алабыҙ.

Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға килгәндә, Рөстәм Резбаев   әлеге көндә уны һаҡлау буйынса конкрет проект әҙерләнеүен билдәләне.

- Килеп тыуған хәл беҙҙе был процесты тиҙләтеүгә этәрә. Маҡар ауыл биләмәһендә йәшәүселәр фекеренсә, Франция инвесторының килеүе урындағы ҡорт менән хәлде насарайтасаҡ. Ләкин республика властары бөгөн был һорау хәл ителһен өсөн күп нәмә эшләй –бөтәһе лә риза булырлыҡ  компромисс эҙләүсе эш төркөмө булдырылған. Үҙебеҙҙең яҡтан  тулыһынса башҡорт бал ҡорто ғына үрсетеләсәк  биләмә  булдырыуҙы  өҫтөбөҙгә алабыҙ. Башҡортостанда  бындай зона миҫалдары Иглин, Яңауыл райондарында бар, - тип өҫтәне Резбаев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән бәйле һорауҙарҙы көйләү өсөн  Ишембай районы умартасылары йәмғиәте төҙөргә килешелде. Ул  барлыҡ һорауҙарҙы диалог рәүешендә хәл итергә ярҙам итер. Бынан тыш инвестор менән бәйләнеш буйынса һәм осрашыу ваҡытында урындағы халыҡ күтәргән проблемалрҙы хәл итеү менән шөғөлләнәсәк  эш төркөмө лә булдырылды.  

Дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләр
Дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнеләр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас