Йәмғиәт
21 Февраля 2022, 12:30

Ярҙам итәйек!

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, 21 февралдән "Ғаилә" көньяҡ район-ара үҙәге Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында төрлө кәрәк-яраҡ әйберҙәр ҡабул итеү пунктын асты.

Ярҙам итәйек!Ярҙам итәйек!
Ярҙам итәйек!

Шуныһы ҡыуаныслы, был хәлгә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ бөгөндән телефондан шылтырата һәм пунктҡа килә башланы.
Ҡабул ителә торған көндәлек ҡулланыу тауарҙарына түшәк кәрәк-яраҡтары, кейем һалым (балалар, ололар өсөн), аҙыҡ-түлек кеүек әйберҙәр ҡарай.
Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына гуманитар ярҙам күрһәтергә теләүселәрҙе Стахановсылар урамы, 67-се йорт, 2-се этаж, 14 кабинетта көтөп ҡалабыҙ, тип белдерҙе "Ғаилә" көньяҡ район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 4-18-84 телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Ярҙам итәйек!
Ярҙам итәйек!
Ярҙам итәйек!
Ярҙам итәйек!
Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас