

Тирә-яҡта омикрон штамы таралыу хәүефе торғанда был ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ҡыйыу аҙымы тураһында ишетеп, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең өлкән фельдшеры Роза Бикташеваға мөрәжәғәт итмәйенсә булдыра алманыҡ.
- Ниндәй генә киҫкен хәл тыумаһын, медицина өлкәһендә белем алыусы студенттар производство практикаһын үтергә бурыслы. Мин үҙем 2021 йылға тиклем Салауат медицина колледжында уҡыттым, шуға ла белем биреү процесы менән яҡшы танышмын, - тип һүҙ башланы Роза Владимировна. – Уҙған йылда пандемия көсәйгән осорҙа ла ошо уҡ учреждениеның һуңғы курс студенттары, йәғни буласаҡ фельдшерҙар, үҙәк район дауаханаһында практика үтте. Әйтергә кәрәк, йәштәрҙең ярҙамы ҙур булды. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Салауат медицина колледжы етәкселегенә рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең өлкән фельдшеры белдереүенсә, студенттар тәүҙә ирекмән булараҡ килгән. Әлеге мәлдә барлығы 16 кеше практика үтә – уларҙың күбеһе белемен камиллаштырып сертификат алған, бында ваҡытлыса эшкә урынлашырға ниәтләй. Бөгөнгө көндә студенттарҙың бишәүһе ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы составында рәсми эшләп йөрөй. Әлбиттә, улар эш хаҡы ла аласаҡ.
- Практика үтеүселәр саҡырылған урынға бригада составында икешәрләп сыға. Ләкин үҙаллы эшләмәйҙәр, фельдшер йәки табип ҡушҡан эштәрҙе үтәйҙәр. Сертификат менән эшкә урынлашҡан студенттарҙың ғына башҡа төрлө мөмкинлектәре бар, - тип дауам итте Роза Бикташева. – Бындай ҙур тәжрибәне ҡәҙимге уҡыу режимында алып булмай. «Ашығыс ярҙам»да практика үтеү – ул пазл ҡойоу һымаҡ. Бөтә күренеш күҙ алдыңда: ауырыуға диагноз ҡуйырға һәм тиҙ ярҙам итергә өйрәнәһең. Ошо яҡтан был төр практика ҡәҙерле. Ашығыс медицина ярҙамы бригада составында эшләүсе өйрәнсектәрҙән фельдшерҙар ҙа ҡәнәғәт. Мәҫәлән, Валерий Зверев Салауат медицина колледжы студенттарының белемен һәм юғары әҙерлеген телгә алып үтте, уларҙың уҡытыусыларына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Ысынлап та, практика үтеүселәрҙең күптәре был өлкәлә тәжрибә туплап өлгөргән, сөнки улар һәр ваҡыт эшләп өйрәнгән. Әмәлгә ҡалғандай, төшкө аш ваҡытында шундай студенттарҙың береһе менән танышырға тура килде. «Мария» кафеһы хеҙмәткәрҙәре килтергән ризыҡтарҙы өҫтәлгә ҡуйып торғанында тап иттек Стәрлетамаҡ медицина колледжының 3 курс студенты Олеся Буркинаны. Әлбиттә, иң тәүге һорауыбыҙ ошо хаҡта булды.
- «Мария» кафеһы беҙҙе бағыусылыҡҡа алды. Рәхмәт, көн һайын йылы төшкө һәм киске аштар, турамалар һәм бәлештәр ебәреп торалар, - тине яңы танышыбыҙ.
Олеся Александровна Стәрлетамаҡ медицина колледжында «Дауалау эше» буйынса белем ала, буласаҡ фельдшер. Ишембай ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә ирекмән булараҡ килгән.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер нисә поликлиникаһында практика үтһәм дә, әле күп нәмәне белеп етмәйем. Унда беҙгә тән температураһын ғына үлсәргә рөхсәт иттеләр, сөнки коронавирус сирен йоҡтороу хәүефе бар ине, - тип уртаҡлашты Олеся Буркина. – Уҡыу чатында кураторыбыҙ: «Ишембай ашығыс ярҙамы хеҙмәтендә практика үтергә була», - тип иғлан биреү менән төркөмдән дүрт кеше теләк белдерҙе. Сөнки бында ҙур тәжрибә туплау мөмкинлеге бар, был беҙҙең өсөн ни бары яҡшы һабаҡ буласаҡ... Бригадала фельдшер менән берлектә эшләгәндә шәкәр кимәлен, ҡан баҫымын үлсәргә, ЭКГ төшөрөргә, ауырыуға кислород бирергә өйрәнәбеҙ. Мин ҡәнәғәтмен: Стәрлетамаҡтан өс көн һайын йөрөп эшләйем, юл хаҡы түләнелә. Сменам 24 сәғәткә һуҙыла, дистанциялы форматта өйгә эште эшләп тапшырырға ла ваҡыт етә.
Тәжрибәгә килгәндә, Олеся йәйен Стәрлетамаҡ ковид-госпиталенең «ҡыҙыл зона»һында ла эшләп өлгөргән. Ике аҙна – эштә, ике аҙна карантинда булдым, ти ул. Шулай ҙа ҡыҙҙың күңелен көтөлмәгән, ҡатмарлы хәлдәрҙе еңеү теләге һаман арбай. Күрәһең, медицина өлкәһендә ауырлыҡтар аша үтмәй тороп артабан үҫешеп тә булмай.
- Сығышым менән Федоровка районы Алешкино ауылынанмын. Унда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Уҡыуҙы тамамлағас та ауылға эшкә ҡайтырға уйлап йөрөйөм. Фельдшерыбыҙ хаҡлы ялға китергә йыйына, мине түҙемһеҙләнеп көтә, - тип хушлашып ҡалды студент Олеся Буркина.
Автор фотоһы