

Ишембай үҙәк район дауаханаһы етәкселеге белдереүенсә, республикала ашығыс медицина ярҙамының (АМЯ) муниципаль-ара бүлектәрен ойоштороу 2019 йылда уҡ башланған. Бөгөнгө үҙгәрештәр ҙә ошо план буйынса үтәлә. Бының маҡсаты – ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын күтәреү. Әлеге мәлдә төбәктә ошондай ете муниципаль-ара бүлек барлыҡҡа килгән. Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә Ишембай үҙәк район дауаханаһы ашығыс-медицина ярҙамы хеҙмәтен Стәрлетамаҡ «Ашығыс медицина ярҙамы» станцияһына беркетеү процесы бара. Шуға ҡарамаҫтан, уның хеҙмәткәрҙәре һәм техникаһы ҡалабыҙ биләмәһенән ситкә күсерелмәй. Был ни бары юридик алым. Ишембай муниципалитетында йәшәүселәр өсөн ашығыс ярҙам хеҙмәте шул уҡ режимда эшләйәсәк.
Яңыраҡ республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Аяз Камалов был өлкәләге берләштереү тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашып үтте. Етәксе аңлатыуынса, был процесс фельдшерҙарҙың саҡырылған урынға ваҡытында килеп етеүе өсөн мөһим. Сөнки 2019 йылға тиклем ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте ни бары ике – Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан стационарҙарға ҡараған була. Башҡа ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы бүлектәр урындағы дауахана составында эшләй, йәғни улар айырым берәмек булараҡ хеҙмәтләндермәй. Бындай хәл ауырлыҡтар тыуҙыра, сөнки ашығыс ярҙам бригадаларының айырым коллүҙәге (телефондан, интернет чаттарынан килгән мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәге) юҡ.
Һөҙөмтәлә халыҡ та ҡала номерҙары буйынса шылтыратырға мәжбүр.
- Бүлектәрҙе берләштереү телефондан килгән мөрәжәғәттәрҙе берҙәм диспетчер үҙәгенә йә бөтәһенә лә билдәле «03», «103» һәм «112» номерҙарына йүнәлтеү өсөн кәрәк. Был учреждениеның диспетчеры, үҙәк район дауаханаларынан айырмалы рәүештә, мәғлүмәтте ҡабул итеп, бригадаларға тапшырыу менән генә мәшғүл. Икенсе төрлө әйткәндә, ул телефондан мөрәжәғәт булғанда пациенттарҙы ҡабул итеү менән шөғөлләнмәй, - тип асыҡлыҡ индерҙе республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы.
Берләштереүҙең тағы бер ыңғай яғы бар – райондар араһындағы шартлы сик юйыласаҡ. Белеүебеҙсә, үҙәк район йәки ҡала дауаханаһы составындағы ашығыс медицина ярҙамы үҙе беркетелгән территорияны ғына хеҙмәтләндерә. Ләкин ҡайһы саҡта ул башҡа районға ҡараған ауылға яҡыныраҡ урынлашҡан булып сыға – йәғни был ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы унда тиҙерәк барып етер ине. Бындай осраҡта ауырыуҙың иҫән ҡалыуы икеле. Шуға күрә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәрен бер станцияға ҡушыу ошо проблеманы хәл итәсәк тип куҙаллана.
Берләшкән участкала хеҙмәткәрҙәр һәм машина етешмәйәсәк тигән шик булмаҫҡа тейеш.
- Ишембай тураһында һүҙ йөрөткәндә, бер кемде лә бер ҡайҙа ла күсермәйәсәктәр, бер нимә лә ябылмаясаҡ. Бөтәһе лә – медицина хеҙмәткәрҙәре, биналағы бүлмәләр, машиналар үҙ урынында ҡаласаҡ. Ни бары идаралыҡ итеү һәм хеҙмәтләндереү яҡшырасаҡ. Диспетчерҙар телефондан шылтыратыуҙы тиҙ ҡабул итәсәк, һөҙөмтәлә бригадалар ҙа пациентҡа шунда уҡ юлланасаҡ, - тине был хаҡта Аяз Ринат улы. – Үҙгәрештәрҙән медиктар үҙҙәре лә ҡурҡыңҡырай. Ләкин һәр кадр ҡәҙерле, береһе лә эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Киреһенсә, был структурала хеҙмәткәрҙәрҙе яҡшы махсус кейем менән тәьмин итеү, юғары категория алыу, автопаркты яңыртыу кеүек мөмкинлектәр бар. Карьераны үҫтереү – юғарыраҡ эш хаҡы алыу тигән һүҙ.
Әйткәндәй, республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Аяз Камалов тәҡдиме буйынса хеҙмәткәрҙәргә Туймазы, Октябрьск һәм Күмертау ҡалаларындағы коллегалары менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Бында ашығыс медицина ярҙамы бригадалары берләштереү процесын үткән, уларҙың тәжрибәһе ҙур.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәрен берләштереү Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә бара, уларҙың 40-ында уңышлы тамамланған.
Автор фотоһы