Йәмғиәт
17 Февраль 2022, 08:00

Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...

15 февраль көндө Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ..." тигән тыныслыҡ сәғәте үтте.

Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...

Афған. Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа.

Афған ере. Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ ҡорбан тигән һүҙҙәр килеп баҫа.

Бөгөн Башҡортостан ерендә 335 әсәй үҙ балаларын бүтән бер ҡасан да күрә алмаясаҡтарына ышанмайынса зар илайҙар.

Ошо йылдың 15 февралендә һуңғы совет һуғышсыһы Афған сиген атлап сыҡҡанға 33 йыл тулды.

1979 йылдан бирле барған Афган һуғышында Түбәнге Әрмет ауылынан 1982 – 1989 –сы йылдарҙа Шаһиев Сәйфулла Хизбулла улы, Кәримов Фәнис Хәмзә улы, Хайруллин Ғәли Шәрифулла улы, Мусин Фәнил Абдулхай улы, Яһудин Айрат Йәғәфәр улы, Рәхимов Ришат Фәрит улы, Гутов Рәмил Әбделхаҡ улы, Фәйзуллин Рәшит Ғибәҙәт улы, Ғәрифуллин Рафаэл Фәйзулла улы, Вәлитов Хафиз Әсҡәт улы хеҙмәт итеп һау – сәләмәт тыуған ауылға, тыуған йорттарына әйләнеп ҡайттылар.

Иҫән ҡайтҡан афғансылар, хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ арабыҙҙа йәшәй. Күпме генә ғүмер үтмәһен, уларҙың йөрәктәрендәге ауыр тойғоларҙы, улар күргән ғазап-борсоуҙарҙы йыуып төшөрөү һис мөмкин түгел. Утлы юлдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәренең хәсрәте - былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар. улар ҡабат- ҡабат шул һуғышты төштәрендә күрә. Уларҙың хәтерендә бөгөн дә меңәрләгән машиналар яна, дуҫтары , полкташтары һәләк була. Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ! Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен!

Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын. Һау булығыҙ!

 

Фото: https://vk.com/club140866543

Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Беҙ йәшәйбеҙ, беҙ онотмайбыҙ...
Автор:Түбәнге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас