Йәмғиәт
15 Февраль 2022, 06:00

Тыуған еремде һағынып ҡайттым

15 февраль – Совет ғәскәрҙәрен Афғанистандан сығарған көн

Тыуған еремде һағынып ҡайттымТыуған еремде һағынып ҡайттым
Тыуған еремде һағынып ҡайттым

Афғанистан һуғышы тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда һалдат бурысын үтәгән ир-егеттәр күңеленән хәрби хеҙмәт йылдары юйылмаған. Ул саҡта ун һигеҙ
йәшлек кенә булған егеттәр хәҙер олпат ир ҡорона ингән. Һуғыш юлы үтеп, артабанғы тормошта юғалып ҡалмаған, матур итеп донъя көткән, эшләгән
көслө заттар йәш быуын өсөн рух ныҡлығы, илһөйәрлек өлгөһө.

Бөгөнгө мәҡәләм геройы Рузэль Кульшеков йәш кенә килеш Афғанистанда үҙенең һалдат бурысын лайыҡлы башҡара. Егет кеше хеҙмәт итергә тейеш, тигән ҡараштың бәләкәйҙән һеңдерелеүе лә уға ауырлыҡтар алдында ҡурҡмаҫҡа ярҙам иткәндер. Хәҙер байтаҡ йылдар Ишембайҙа йәшәһә лә, ул Стәрлетамаҡта тыуған. Үҙенә хас ҡыҙыҡһыныуҙары менән һәләтле малай булып үҫә ул. Мәктәптә уҡыған йылдарында бокс менән шөғөлләнә, йырларға ла ярата. Химиктар мәҙәниәт һарайы хорына
ла, мәктәптекенә лә йөрөй, солист булып та сығыш яһай. Китаптар уҡырға яратыуы күңел донъяһын байыта. Художестволы әҙәбиәтте һыу кеүек эсә, тиергә мөмкин уның тураһында. Мәктәптекенән тыш, ҡаланың бер нисә китапханаһына йөрөп өйөнә китаптар ташый.

- Китаптан өҙөлгән булманы. Бер китапты бер көндә уҡып сыға торғайным. Атай-әсәйемдән йәшереп юрған аҫтында фонарь яҡтыһында булһа ла уҡып ята инем. Әҙәбиәткә һөйөүем бала саҡта әкиәттәр уҡыуҙан башланып китте. Аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуым рус, сит ил әҙәбиәтенә күсте, тарихи китаптарҙы ла яраттым, - ти Рузэль Фәтих улы.

Мәктәптән һуң һөнәр алыуҙан алдараҡ, армияға барып ҡайтыу теләге көслөрәк була.

- Беҙҙең заманда армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар ҙа ҡарамай ине. Хәрби хеҙмәттә булыу ғорурлыҡ һаналды. Шуға ҙур теләк менән киттем. 1986 йылдың май айы ине. Тәүҙә Өфөгә ебәрҙеләр, аҙаҡ биш ай тирәһе Харьков эргәһендә Чугуев тигән ҡалала учебкала булдыҡ. Унда саҡта “Афғанистанға бараһыңмы?” тип һорағанда, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булманы, шунда уҡ ризалаштым. Бер аҙҙан Ташкентҡа остоҡ, 7 ноябрь алдынан Кабулда инек инде. Шинданд провинцияһында вертолет эскадрилияһында хеҙмәт иттем, - ти һалдат осорон хәтерләп әңгәмәсем.

Рузэль Кульшеков 20 ай Афғанистанда була. Кандагар эргәһендәге операцияла ҡатнашып, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Был награда уға тыуған яҡтарына ҡайтҡас тапшырыла. Сит яҡтарҙа тыуған ерҙең ҡәҙере нығыраҡ тойола. Көндәрҙе һанай-һанай ҡайтыу мәле лә килеп етә.

- Әлбиттә, ул көндө көтөп алдым. Бик ныҡ һағындырғайны. Хәрби хеҙмәтте тултырып, 1988 йылдың июнь айында тыуған яҡҡа юлландыҡ. Шиндандтан Ташкентҡа хәрби аэродромға төшөрҙөләр. Мәскәүгә самолет менән ҡайтайыҡ тиһәк, билеттар бөткән, икенсе көнгә поезға билет алырға тура килде. Ләкин бер кис ҡайҙалыр ҡунырға кәрәк ине. Хеҙмәттәштәрем – барлығы ун егет, күмәкләп бер инәйгә өйгә индек. Беҙҙе матур итеп ашатты, һыйланы. Рәсәйгә ҡайтҡас, беҙҙең дә күңел тыныс, кәйеф яҡшы ине. Поезда Мәскәүгә тиклем барырбыҙ, баш ҡаланы ла күрербеҙ тип уйлағайныҡ. Юлда Ырымбур станцияһын иғлан иткәс, тиҙерәк өйгә ҡайтаһы килеп, поездан төшөп ҡалдыҡ, - тине Рузэль армиянан ҡайтҡан осорон хәтерләп.

Йәшлек – йөрәктә көсғәйрәт ташып торған саҡ, алға маҡсаттар ҙа ҙур. Рузэль дә һөнәр алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына индустриаль педагогия факультетына уҡырға инә. Тап ошо уҡыу йортонда ул үҙенең буласаҡ тормош юлдашын - Арлар ҡыҙы Гөлсәсәкте тап итә.

- Тәүҙә Рузэль менән дуҫ ҡына булып йөрөнөк. Әхирәтем менән мине киноларға ла, кафеларға ла алып барҙы. Һуңынан хистәр тәрәнәйҙе - мөхәббәткә әүерелде. Бик тәртипле, ғәҙел, башҡалар тураһында насар һүҙ һөйләмәҫ, ләкин кәрәк саҡта үткер ҙә була белеүе менән шул саҡта уҡ айырылып торҙо. Студсовет ағзаһы ине, факультеттың профкомында ла торҙо. Рузэлдең студенттар араһында абруйы булды, - тип һүҙгә ҡушылды тормош иптәше Гөлсәсәк Абдрахман ҡыҙы.

Йәштәр 1990 йылда өйләнешкәс, Ишембайҙа төпләнәләр. Хәҙер 31 йыл тормош һуҡмағынан парлап атлап киләләр. Гөлсәсәк үҙен уҡытыусылыҡҡа арнай. Хеҙмәт юлын 2-се мәктәптә башлаһа, 19-сы мәктәп асылғандан бирле ошо уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ғаилә башлығы ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер-эколог һөнәрен алып сыға. Төҙөлөш тармағында ла хеҙмәт итә, һуңынан Себергә нефтсе булып эшкә күсә. Буш ваҡытында йорттар төҙөү менән мәшғүл.

Эш, донъя көтөү мәшәҡәттәренә алданып йылдар артынан йылдар үтә... Хәҙер улдары Рушан менән Артур үҙҙәре ата-әсәһенең терәге. Малайҙары өсөн атайҙары һәр яҡлап та матур өлгө. Өлкән улдары Ишембай нефть колледжын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Һалдат бурысын ул Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында
Дзержинский дивизияһында үтәй. “Армияға бармайым, тигән уй башына ла инмәне. Уҡып бөтөү менән хеҙмәт итеп ҡайтты”, - тинеләр улдары тураһында Кульшековтар. Әле Рушан Себерҙә быраулаусылар бригадаһының мастеры булып эшләй. Икенсе улдары Артур Өфө дәүләт нефтьтехник университетында магистратурала уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта эшләргә лә өлгөрә.

Йәмәғәт тормошонан да ситтә түгел Кульшековтар. Ковид сире башланғас, сикләүҙәр индерелгән мәлдә Рузэль улы Рушан менән ҡала урамдары буйлап хәүефһеҙлекте хәстәрләп патрулләүҙә йөрөйҙәр. Бының өсөн икеһе лә “Граждандар хәүефһеҙлеген һәм сәләмәтлеген тәьмин иткән өсөн” миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Рузэль Фәтих улы мәктәптәрҙә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Ишембай районының  Афғанистан ветерандары берлеге рәйесе Илдус Хөбөтдинов, башҡа яугирҙар уҡыусылар менән осрашыуҙарға барырға ла ваҡыт табалар. Үҙ күҙҙәре менән һуғыш күргән һалдаттың йәш быуынға һәр саҡ әйтер теләктәре бар:

- Тыуған илеңде яратырға кәрәк, сөнки ул берәү. Һәм һәр егет тыуған иленә үҙенең бурысын бирергә тейеш, армияла хеҙмәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Күңелендә патриотизм рухы көслө булған, сәләмәт тормош алып барған егеттәр – ил таянысы. Ата-әсәгә, ололарға ихтирамлы булыу кеүек сифаттарҙы йәш быуында күберәк күрергә теләр инем, - тине ул.

Тыуған илен яратҡандар – ғаиләһенең дә ҡалҡаны. Тормош иптәше, балалары, туғандары өсөн дә яуаплылыҡ көслө була уларҙа. Йәшәү йәмен донъялар именлегендә, яҡындарының иҫәнлегендә, булғандың ҡәҙерен белеп йәшәүҙә күрә Афған һуғышын үткән яугир. Буш ваҡытта Башҡортостандың матур тәбиғәтле урындарында сәйәхәт итергә яраталар. Былтыр Ағиҙел буйлап һалда йөҙгәндәр, Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһендә һәм башҡа урындарҙа булғандар. Балалары бәләкәй саҡта уҡ палаткалар алып тәбиғәткә юлланған ғәҙәт әле лә юғалмаған. Күңеле моңға һыуһағанда, ҡулына гитараһын алып, Афғанистандағы хеҙмәт тураһында йырларға ла ярата Рузэль Фәтих улы. Ҡалала шәхси йортта йәшәүҙәре рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә мөмкинселек бирә. Уңған хужа хәстәрлеге менән теплица ҡоролған. Бергәләп ер эше менән булышыу ҙа уларҙың күңел йыуанысы. Көндәлек мәшәҡәттәргә баҫылып ғүмер, һаулыҡ ҡәҙере тураһында уйланып бармайбыҙ. Тарихыбыҙ биттәрендәге әле бер, әле икенсе ерҙә булған һуғыштар, ҡыйылған ғүмерҙәр йәшәү тәмен нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Һуғыш кисергән яугирҙарҙың “Иң мөһиме донъялар тыныслығы” тигән теләктәренең мәғәнәһен дә улар менән һөйләшкәндә тәрәнерәк аңлайһың.


Фотолар ғаилә архивынан

Тыуған еремде һағынып ҡайттым
Тыуған еремде һағынып ҡайттым
Тыуған еремде һағынып ҡайттым
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас