

Ауылдашым Эльвира Рәүф ҡыҙы һәм Азамат Ишкилде улының үҙ-ара ихлас һәм йылы мөнәсәбәттәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Биксән ауылында тыуып үҫкән Эльвира, ата-әсәһе Земфира Яңыбай ҡыҙы һәм Рәүф Әхмәт улы кеүек, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетын, һуңынан башҡорт теле курстарын тамамлай. Бер нисә тапҡыр «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнашып, номицияларға лайыҡ була.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында ла номинант тип таныла. Азамат иһә, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай бүлеген тамамлай. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә солистҡурайсы. Төп эшенән тыш төрлө илдәр буйлап йөрөп, башҡорт моңон таратырға ла өлгөрә ул. Эргәңдә башланғысыңды хуплап, алға әйҙәп торған үҙ яртың булғанда эшеңдә лә уңыштар оҙаҡ көттөрмәй, ғаиләңдең нигеҙе лә ныҡ була. Ғөмүмән, Асаиновтар өлгөлө,
әүҙем ғаилә. 2013 йылда «Алтын тирмә» телеуйынында ҡатнашып, ике команданың уртаҡ еңеүгә өлгәшеүе – уларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, камиллыҡҡа ынтылыуы тураһында һөйләй. Татыу ғаиләлә итәғәтле өс ҡыҙ үҫә. Айгизә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар факультеты студенты. Юғары стипендия ала. Илзидә 11-се класта тик 5-ле билдәләренә генә уҡый. Төпсөктәре Самираға әле 5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
- Азамат менән ауылда клубта таныштыҡ. Студент йылдары. Ул Йылайыр районынан ауылдашыма ҡунаҡҡа килгәйне. Мине уның тәртипле, аҡыллы, сабыр холоҡло булыуы, барыһын да төптән уйлап эш итеүе арбаны. Ул Чечняла ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән. Наградалары ла бар. Азамат - Өфөлә, мин- Стәрлелә уҡыным, бер-беребеҙгә хаттар яҙыштыҡ, ауылға ҡайтҡанда осрашып торҙоҡ. Бишенсе курста уҡығанда гөрләтеп туй үткәрҙек. Яҙмышыма рәхмәтлемен, ҡыҙҙарым да аталары тип өҙөлөп тора. Тормош иптәшем өйҙә лә, туғандары һәм яҡындары алдында ла мине хөрмәт итеүен, ҡәҙерләп тороуын йәшермәй. Уның хәстәрен, йылы ҡарашын һәр ваҡыт тойоп йәшәйем һәм бының менән бик бәхетле мин. Ғаиләбеҙ менән дин юлындабыҙ, ураҙаларҙы ҡалдырмайбыҙ, - ти Эльвира.
Ошондай матур ғаиләгә һоҡланып, татыулыҡтың сере нимәлә тип һорамайынса булдыра алманым. «Берберебеҙҙе аңлап, уртаҡ фекергә килеп йәшәйбеҙ. Килеп сыҡҡан
сетерекле хәлдәрҙе уртаға һалып, тыныс ҡына хәл итәбеҙ. Икебеҙ ҙә бер йүнәлештә ҡарағас, йәшәүе лә еңелерәк. Балаларҙы үҫтергәндә уларҙа илһөйәрлек, эшһөйәрлек
тойғоһон тәрбиәләргә тырышабыҙ. Оло быуын кешеләренә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтәбеҙ.
Ҡыҙҙарыбыҙҙың киләсәктә илебеҙгә
кәрәкле шәхестәр булып үҫеүен теләйбеҙ», -
тиҙәр Асаиновтар.
Фото ғаилә архивынан алынды.