

Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.
Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ холоҡ-фиғеле.
Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле ﷺ етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
Саҙаҡа хата-гонаһтарҙы юя.
Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүгә бер сәбәп.
Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.
Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ Ожмахҡа инеүҙең бер сәбәбе.
«Ваҡыт!» гәзитенән
https://vk.com/public148767434?w=wall-148767434_13520
Фото: https://vk.com/urazbay