

Өйҙәге гөлдәр тирәһендә барлыҡҡа килгән бөжәктәргә ҡаршы ағас көлө ҡулланығыҙ. Бының өсөн һыуҙа иретелгән ҡатнашманы һибергә кәрәк. Бер биҙрә йылымыс һыуға 3-4 аш ҡалағы кер йыуыу порошогы йә әҙерәк кер һабыны ҡырҡып һалығыҙ. Улар иреп бөткәс, һыуҙы махсус һиптергес аша һибергә була.
Сәсер алдынан баклажан орлоҡтарын шыттырыу талап ителә. Был ысул ҡайһыларын сәсергә, ә ҡайһыларын сәсмәҫкә икәнен асыҡларға ярҙам итәсәк. Шыттырыу өсөн стимуляторҙар ҡулланырға була. Марля ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки шытымдың уның ептәре араһында буталып, һынып ҡалыуы ихтимал. Орлоҡтар тупраҡҡа 0,5-1 сантиметр тәрәнлектә сәселә. Үрсетмәләрен һалҡын тәҙрә төбөндә тотмағыҙ. Артыҡ күп һыу ҡойоу ҙа зыян килтерә. Был үҫемлек нәзәкәтле, йылы яратыусан. Ул 25 градус самаһы йылылыҡта ғына матур итеп үҫеп китә. Тәүге япраҡтары күренә башлағас, баклажанды ҡояш төшкән, һауа температураһы 18 градус самаһы булған ергә күсерәләр. Артыҡ йылы урында тотолһа, бәләкәс кенә тамырҙары барлыҡҡа килә. Ә улар үҫемлеккә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй. Күпләп күренгән япраҡтар ҙа тамырға зыянлы, үҫемлектең көсөн кәрәкмәгән яҡҡа йүнәлтә. Баклажандар көнөнә 10-12 сәғәт яҡтылыҡ күрһә лә, бик шәп үҫә. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа күсергәндә уның температураһы 15 градустан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Борос сәсеү өсөн үҙегеҙ теләгән орлоҡто һайлағыҙ, күп баҡсасылар уны көҙҙән орлоҡҡа ҡалдыра һәм шунан файҙалана. Әйткәндәй, боросҡа иғтибар талап ителә, ул бик нескә һәм наҙлы. Икенсенән, тиҙ себенләп тә бара.
Томат. Ҡайһы бер баҡсасылар помидорҙы март башында сәсә, ләкин индетерминант сорттарын февралдең һуңғы көндәрендә лә мөмкин.
Шулай уҡ күптәр ай календары буйынса сәсеүгә уңайлы көндәрҙе ҡарап ултырта. Бөтә орлоҡтарҙы сәсеү алдынан тупраҡты ҡайнар һыу менән ашлап алығыҙ.
Автор фотоһы