1 балғалаҡ лимон кислотаһын 1 литр һыуҙа иретеп, сәйнүккә һалалар. Ҡайнатып, төнгөлөккә ҡалдыралар. Ә иртән яҡшылап сайҡатырға ғына ҡала. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе ҡулланырға мөм¬кин. Юшҡын тулыһынса бөтмәһә, ҡабатларға була.
Ошо ысул менән кер йыуыу машинаһын да таҙарталар. Кер йыуыу онтағы урынына 100 грамм лимон кислотаһы һалып, 90-95 градус эҫелектә буш килеш әйләндерәләр