Йәмғиәт
6 Февраль 2022, 09:00

Спорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар

ҠУРАЙ-ТВ каналы иғлан иткән «Ҡурай даны» милли телепремияһында «Спорт ғаиләһе» номинацияһында яҡташтарыбыҙ Рөстәм һәм Алһыу Хәсәновтар ғаиләһе еңеү яуланы!

Спорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм ХәсәновтарСпорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар
Спорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар

“Ҡурай даны” милли телепремияһы 2018 йылда “Ҡурай-ТВ” йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырыла. Уның төп маҡсаты - үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау, һаҡлау, популярлаштырыу, халыҡ йолаларын, һөнәрҙәрен үҫтереү.

Яңыраҡ заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телепремияһы менән бүләкләү тантанаһында иғлан ителде. Халҡыбыҙҙың иң уңғандарына – үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылды. Был юлы “Ҡурай даны” икенсе милли телепремияһы туғыҙ номинацияла уҙғарылды.

Ойоштороусылар премия еңеүселәрен объектив һайлап алыу маҡсатын ҡуя. 2020-2021 йылдарҙа “Ҡурай” телеканалында тамашасыларҙы номинанттарҙың һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты. “Ҡурай даны” көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайланы - еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнде.

- “Ҡурай даны” конкурсына килгәндә, бик ҡыҙыҡ хәл булды. Беҙҙе «Ауыл тренеры» республика программаһында ҡатнашыуыбыҙ тураһында телевидениеға төшөрөргә
киләләрҙер, тип уйлағайныҡ. Баш ҡаланан Рәйсә апай Абдуллина менән Римзат ағай Билалов килеп төштө һәм беҙҙе “Ҡурай даны” конкурсында ҡатнашаһығыҙ,
һеҙҙе Ишембай районынан тәҡдим иттеләр, тигәс, аптырап ҡалдыҡ. Шулай ҙа был бәйгелә ҡатнашырға булдыҡ. Конкурс көсөргәнешле барҙы, шөкөр, беренсе урын яуланыҡ. Беҙҙең өсөн тауыш биргән ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, бөтә Рәсәйҙән таныш спортсыларға, уҡыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 28 ғинуар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы бүләкләү сараһы уҙҙы. Бик матур концертта Башҡортостаныбыҙҙың атҡаҙанған артистары сығыш яһаны. Еңеүебеҙгә бик шатбыҙ. Атайәсәйем, Таңсулпан hәм Самат Сәғҙәтовтар, беҙгә ҙур терәк. Башлаған һәр эшебеҙҙе хуплап, кәңәштәрен биреп торалар. Уларға ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Алһыу.

Әйткәндәй, Рөстәм Фәрид улы Ауырғазы районының Семенкино ауылында тыуған. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. Спортҡа һөйөүе лә атаһынан килгән. Ул балаларҙы физкультуранан, черчениенан һәм рәсемдән уҡыта. Атаһы йүгереү менән шөғөлләнә, үҙ ваҡытында республика чемпионы, рекордсмен да булған. Марафонда йүгереп өсөнсө урын яулаған.

Рөстәм 7-се класта уҡығанда ҡарҙа ялан аяҡ йүгерә башлай, һалҡын һыу менән ҡойона, гер күтәреү менән шөғөлләнә. Артабан спорт буйынса уҡырға теләге булһа ла, атаһы уны уйынан кире өгөтләй. Егет педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. 2004 йылда физкультура институтына уҡырға инә. 2013 йылда Краснодарҙа “Рәсәйҙең спорт мастеры” нормативын үтәй. Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, Рөстәм Стәрлетамаҡта янғын часында ҡарауыл начальнигы булып та эшләй. Алһыу иһә, Ишәй тауында тыуып үҫә. Спортҡа һөйөүе уға бала сағынан, мәктәп йылдарынан уҡ килә.

16 килограмлы ике герҙе 60 тапҡыр күтәрә алаһығыҙмы? Ә Алһыу күтәрә. Спорт мастерлығына кандидат ул. Алһыуҙаң бала сағы малайҙар менән футбол уйнап, балыҡҡа барып, йүгереү, баскетбол, өҫтәл теннисы, саңғы шыуыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашыу менән үтә. Йәш ҡыҙ тормошон спортҡа бәйләп, физкультура институтын тамамлай.
Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар бер нисә спорт төрө менән шөғөлләнә. “Спорт өсөн һәләт тә, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Ул командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға өйрәтә”, ти Хәсәновтар. Улар Ишәй ауылы мәктәбендә балаларға гер спортына һөйөү тәрбиәләй, ярыштарға әҙерләй. Улдары Искәндәр ҙә ата-сәләре менән бергә күнекмәләргә йөрөй. Йәмле май айында Алһыу менән Рөстәмдең икенсе балалары, сәскә кеүек ҡыҙҙары тыуа. Уға Дениз тип исем ҡушалар. Төрөк теленән ул Диңгеҙ тип тәржемә ителә.

Былтыр гер спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы беренселегендә Рөстәм Фәрид улы беренсе урынға лайыҡ була һәм Башҡортостан командаһы составына инә. Август айында Киров ҡалаһында уҙған ярышта республика командаһы дүртенсе урын яулай. Әлеге көндә Хәсәновтар гер күтәреү буйынса Ишәй мәҙәниәт йортонда үтәсәк район беренселеген ойоштороу эше һәм күнекмәләр уҙғарыу менән мәшғүл. Балаларҙың иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан айырып, спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүҙә тренерҙарҙың, физкультура уҡытыусыларының әһәмиәте бик ҙур. Тренерҙар эшен ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде.

Үткән йыл Хәсәновтар «Ауыл тренеры» республика программаһында ҡатнашып сертификатлы булды. Ул аҡсаны өй алғанда ҡулланғандар. Йортто Ишәйҙән алып,
шунда төпләнергә ҡарар иткәндәр.

- Спортта бер нисә көндә йәки айҙа ғына һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмай. Бының өсөн ныҡлы база һәм йылдар буйына дауам иткән күнекмәләр кәрәк. Киләсәктә үҙебеҙҙең районға терәк булып, гер спорты буйынса йәш быуын вәкилдәрен юғары кимәлгә еткерергә, донъя чемпиондарын үҫтерергә тигән уй бар, - ти Рөстәм.

Рөстәм Фәрид улы һәм Алһыу Самат ҡыҙына уйҙарының тормошҡа ашыуын, эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!


Фотолар ғаилә архивынан.

Спорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар
Спорт ул – сәләмәтлек, һөйөү, тырышлыҡ, - ти бар яҡлап та булдыҡлы Алһыу һәм Рөстәм Хәсәновтар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас