Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 12:00

Кеше ғүмере мөһимерәк!

Рәсәй Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның Ишембай районы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә инспекторҙар хоҡуҡлы ялдағы ирҙе ашығыс рәүештә дауаханаға алып барған.

Кеше ғүмере мөһимерәк!Кеше ғүмере мөһимерәк!
Кеше ғүмере мөһимерәк!

Иртән дежурҙағы төркөмгә Гагарин урамы, 5-се йорт адресында урынлашҡан йорттоң ихатаһында бер кешенең аңһыҙ хәлдә ятҡаны тураһында шылтыратып әйтәләр.

- Унда шунда уҡ урындағы юл-патруль хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Адрес буйынса сыҡҡан инспекторҙар оло йәштәге ирҙе ауыр хәлдә таба, - тип хәбәр итте юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалаусы инспектор Гөлнур Ғиндуллина. – Хеҙмәткәрҙәребеҙ – Өлкән лейтенант Илгиз Шаһиморатов менән Земфир Ғәзиев уны тиҙ рәүештә Ишембай үҙәк район дауаханаһына алып бара, сөнки уға ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү кисекмәҫтән мотлаҡ була.

Шулай итеп юл-патруль хеҙмәткәрҙәре 70 йәшлек иргә ҙур ярҙам күрһәткән. Дауаханала ятыусы үҙенең ҡотҡарыусыларына оло рәхмәтен еткерә. Билдәле булыуынса, ир магазинда урам йыйыштырыусы булып эшләй – ҡар көрәгән саҡта уға ҡапыл ҡыйын булған.

- Беҙ юлда ғына эшләмәйбеҙ. Дежур төркөмгә килгән төрлө шылтыратыуҙарға шунда уҡ иғтибар итәбеҙ, сөнки, тәү сиратта, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөһим, - тип уртаҡлашты Рәсәй Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның Ишембай районы буйынса идаралығының инспекторы Земфир Ғәзиев. – Һауа торошо ҡапыл үҙгәргәндә - йылы һәм һыуыҡ көндәр алышҡанда төрлө фажиғәле хәлдәр йыш булып тора. Бигерәк тә ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәре менән яфаланған кешеләргә абай булырға тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ бындай осраҡта оло йәштәгеләр юлға сығырға ашыҡмаһын ине, сөнки руль артындағыларға ла ҡапыл ҡыйын булыуы ихтимал.

Үҙ хеҙмәтен намыҫлы башҡарған хеҙмәткәрҙәргә оло ихтирамыбыҙҙы белдереп, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас