

1. Беренсе башҡорт нефте ҡасан һәм ҡайҙа асыла? Ниндәй һанлы скважина?
2. Башҡортостандың нефть сәнәғәтендә беренсе ҡатын-ҡыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ул ҡайҙа һәм ҡасан тыуған, Хеҙмәт Геройы исеме ҡасан бирелгән?
3. “Башнефть” берләшмәһе нисәнсе йылда бер миллиард тонна нефть сығара?
4. “В Башкирии нефти столько, что и представить нельзя. Это не мертвая нефть, а живая, клокочущая”. Был һүҙҙәрҙе кем әйткән?
5. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай нефтселәре тыуған илгә күпме нефть биргән?
6. Скважиналарҙы капиталь ремонтлау һәм нефть сығарыу буйынса эшләгән мастерҙар араһында беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме кемгә һәм ҡасан бирелә?
7. 1932 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Башҡортостанда нисә нефть һәм газ ятҡылығы асылған? Биш эре нефть ятҡылығын һанап китегеҙ.
8. Республикала нисә уҡыу йорто нефть сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләй?
9. Башҡорт нефтен беренсе булып асыусыларға ҡайҙа һәм ҡасан һәйкәл ҡуйылған? Авторҙары кем?
10. Ҡайҙа һәм ҡасан нефть фонтаны урғылған скважина Волга менән Урал араһындағы ерҙәрҙә быраулау эштәрен тиҙләтеү өсөн этәргес көс биргән?
11. Ишембай ауылы янында скважиналар быраулау өсөн нисә нөктә, ҡасан һәм кем тарафынан билдәләнә?
12. Башҡортостанда беренселәрҙән булып нефть сәнәғәтен ойоштороусы шәхестең исем-шәрифтәрен әйтегеҙ. Ул ҡайҙан килгән? Уның улы тураһында нимәләр беләһегеҙ?
13. Ауыр ҡорамалдарҙы Ишембай ауылы янына ҡасан, ҡайҙан, нимә менән ташығандар?
14. Пар ҡаҙандарына яғыу өсөн тәүлегенә күпме утын кәрәк булған? Утын әҙерләүҙә нефтселәргә кемдәр ярҙам иткән?
15. Ағас быраулау вышкаларын төҙөү өсөн күпме ағас, күпме ҡаҙаҡ кәрәк булған?
16. Ҡасан һәм ҡайҙа беренсе нефть промыслаһы һәм нефтселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә? Уның биләмәһенә ниндәй ауылдар инә?
17. Нимә ул риф массивтары?
18. Ишембайҙа риф массивтарын беренселәрҙән булып кем өйрәнгән һәм тикшергән?
19. Ишембай нефть ятҡылығы нисә риф массивынан тора?
20. Девон нефть ятҡылығы ҡасан, ҡайҙа, нисәнсе һанлы скважина тарафынан асылған?
21. Кинйәбулат нефть ятҡылығы ҡасан асылған? Быраулау мастеры кем? Был ятҡылыҡты асҡан өсөн кемгә Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә?
22. 1941-1958 йылдарҙа Башҡортостан нефтселәрен кем етәкләгән? Уның исеме ҡайһы уҡыу йортона бирелгән? Уға арналған таҡтаташ ҡайһы ҡалала ҡуйылған?
23. Ҡасан һәм кем тарафынан скважиналарҙы куст ысулы менән быраулау индерелә?
24. Ишембай-Өфө нефть үткәргесе ҡасан сафҡа индерелә?
25. Ишембай нефть эшкәртеү заводы ҡасан төҙөлгән? Уның беренсе етәксеһе кем булған?
26. XIX быуатта нефть эшкәртеү заводтарын төҙөүгә бөтә көсөн һалған һәм уларҙы күҙәтеү аҫтында тотҡан бөйөк рус ғалимы.
27. Нефть фонтандары нисек һәм нилектән барлыҡҡа килә?
28. Утыҙҙан ашыу нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асҡан Мәсетле районында тыуған шәхес. Ҡайҙа эшләгән?
28. Ишембай быраулау эштәре идаралығынан сыҡҡан беренсе Хеҙмәт Геройы, был юғары исем уға ҡайһы йылда бирелә?
29. Геология-эҙләнеү эштәрен әүҙем алып барған һәм яңы нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан (Ишембайға ҡағылышлы) биш шәхестең исем-шәрифтәрен һанап китегеҙ.
30. Ишембай быраулау эштәре идаралығынан сыҡҡан Ленин комсомолы премияһы лауреаты исемен йөрөткән шәхес, һөнәре буйынса кем?
31. Ишембай быраулау эштәре идаралығынан сыҡҡан “СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе” тигән юғары исемгә лайыҡ булған өс шәхес. Исем-шәрифтәрен әйтегеҙ.
32. Ишембай быраулау эштәре идаралығында эшләгән СССР-ҙың нефть сәнәғәтендә иң яҡшы быраулау бригадаһын етәкләүсе, Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданины.
33. Ишембай нефть промыслалары идаралығын (һуңынан Ишембай нефть һәм газ сығарыу идаралығы) оҙаҡ йылдар кем етәкләгән? Ул ҡайһы йылдарҙа эшләгән?
34. Ишембай разведкаға быраулау контораһын оҙаҡ йылдар кем етәкләгән?
35. Ишембай быраулау эштәре идаралығын оҙаҡ йылдар кем етәкләгән? Ул ҡайһы йылдарҙа эшләгән?
36. Ишембай нефтселәренең эшселәр ҡасабаһы ҡасан ҡала статусын алған? Уның ҡарамағына ниндәй ауылдар инә? Ҡала советының беренсе етәксеһе кем булған?
37. Ишембайға ҡараған ниндәй ауылдан нефть сәнәғәте өсөн беренселәрҙән булып ике юғары белемле нефтсе сыҡҡан? Эшләгән урындарын, исем-шәрифтәрен яҙығыҙ.
38. Ҡайһы йылда Башҡортостан нефтселәре иң ҙур күләмдә нефть сығарған? Туғыҙынсы һәм унынсы биш йыллыҡтарҙа нефть сығарыуҙың тотороҡло күләме күпме булған?
39. Смаҡай ауылынан сыҡҡан Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ҡайҙа эшләгән, Хеҙмәт Геройы исеме ҡасан бирелгән?
40. Республиканың беренсе нефть предприятиеһы, Стәрлетамаҡ район разведкаға быраулау контораһы ҡасан ойошторола? Һуңынан ҡайҙа күсерелә?
41. “Башнефтекомбинат” ҡасан һәм ҡайҙа ойошторола? Уның беренсе етәксеһе кем?
42. Нефтселәр династияһы Репаловтар тураһында нимә беләһегеҙ?
43. Геолог А.А.Блохинға һәйкәл ҡайҙа һәм ҡасан асыла?
44. Башҡорт нефтен беренселәрҙән булып асыусы 702 һанлы скважина үҙенең 30 йылға яҡын эшләү дәүерендә күпме нефть биргән? Ҡайһы йылда консервациялана?
45. Ишембай нефтселәре нефтте иң ҙур күләмдә ҡайһы йылда сығарған?
46. Ишембай ҡалаһынан нисә нефтсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша? Күпме кеше Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры тигән юғары исемгә лайыҡ була? Исем-шәрифтәрен һанап китегеҙ.
47. Был шиғыр юлдарын кем яҙған? Нашли мы нефть, нашли мы дружбу, В глубокой мгле, в глубине, Пластов земных. Сердец своих.
48. Ишембай ҡалаһы гимнының һүҙҙәрен кем яҙған?
49. Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы” тигән юғары исем ҡасан бирелә?
50. Нефтселәрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индергән шәхес? Ул ҡайһы ауылдан? Ҡайҙа эшләгән? Ниндәй почетлы исемгә лайыҡ булған?
51. Ишембай-Өфө тимер юлы ҡасан төҙөлгән?
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан